Китапҡа билдәле журналист, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның шиғырҙары, мәҡәләләре, очерктары, интервьюлары, юлъяҙмалары, фәнни мәҡәләләре ингән.
Мәҫәлән, «Сағылдарҙа үҫкән имән кеүек» очергында Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов тураһында белә алаһығыҙ. Тап уның кеүек фанат уҡытыусыларыбыҙ шәхестәрҙе үҫтерә лә инде. Яҙмышы ла уның ҡатмарлы. Ғөмүмән, был очерк бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.
Фәнни мәҡәләләрҙән «Милли матбуғатта тираж мәсьәләһенә бәйле проблемалар», «Хәрби корреспондент Мостай Кәрим», «Ғайса Хөсәйеновтың Башҡортостан матбуғатын үҫтереүҙәге роле», «Портрет очерктары оҫтаһы» күптәр өсөн өсөн бик тә файҙалы һәм кәрәкле.
Ғөмүмән, һәр геройын яратып яҙған журналистың китабын уҡығандар үҙенең күңелендә матурлыҡтың, һүҙ ҡөҙрәтен артҡанын тойор.