Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
26 Март 2025, 09:24

«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең арт-залында уҡытыусы, шағирә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар берлеге ағзаһы, гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе Зарина Урал ҡыҙы Бағышаева-Назырованың «Әсәй ҡабыҙған йондоҙ» китабының исем туйы үтте.

«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»
«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»

Был китап - шағирәнең өсөнсө китабы. Быға тиклем уның мәктәп йылдарында – 2006 йылда «Тамсы йыры», студент сағында - 2012 йылда «Яҙ бүләге» тигән шиғри йыйынтыҡтары донъя күргәйне.

Китап туйында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев, шағирәнең белем биргән уҡытыусыһы, остазы Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы Ҡоҙашева, Һабыр биләмәһенә ҡараған Үҫәргән ырыуының ҡор башы Илдар Ильяс улы Ҡоҙашев, Йылайыр китапханаһы хеҙмәткәре Нурия Намаҙова, синыф етәксеһе Гөлсөм Байрамғол ҡыҙы Дилмөхәмәтова, синыфташтары Миләүшә Юлай ҡыҙы Вәлишина, Иҙел Ишбулды улы Билалов, нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы Ҡарабаева, «Йәншишмә» гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов, Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡорт филологияһы, ширҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина,кафедра мөдире, уҡытыусыһы Рәмзиә Дәүләтҡол ҡыҙы Мостафина, «Аҡбуҙат» журналының яуаплы сәркәтибе, шағирә Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙы Тайсина, журналдың хеҙмәткәре Зөһрә Тимас ҡыҙы Рәхмәтуллина, коллегалары ҡотланы.

 Кристина Андрианова шағирәнең әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән, автор бер нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Зарина Урал ҡыҙының студенттары кисәне йәмле итеп алып барҙы. Илвина Фәтхетдинова башҡорт халыҡ йыры «Элмәлек» йырын бүләк итте. Олия Ситдиҡйәнова шиғырҙарын аһәңле итеп башҡарҙы.

Китап һөйөүселәргә шағирә үҙенең шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Һәләтле остаз Зарина Бағышаеваның ижад ҡомары йондоҙ кеүек балҡып торһон!

«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»
«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»
«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»
«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»
«Әсәй ҡабыҙған йондоҙ»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас