Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
27 Август 2025, 16:08

«Еңеү ҡайтыр атай менән» – «Отцы вернутся с победой»

Һөйөнсө! Коллегабыҙ, балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә»нең хәбәрсеһе Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы Хәкимованың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Еңеү ҡайтыр атай менән» – «Отцы вернутся с победой» китабы донъя күрҙе.

Важное событие для нашей редакции! Зухра Адигамовна Хакимова, корреспондент газеты для детей и подростков «Йәншишмә», представила свою новую книгу «Еңеү ҡайтыр атай менән» («Отцы вернутся с победой»). Издание, выпущенное в издательстве имени Зайнаб Биишевой «Китап», представляет собой сборник на башкирском, русском и языках других народов Башкортостана.

Был йыйынтыҡ  башҡорт, урыҫ һәм Башҡортостанда йәшәгән башҡа милләт телендә баҫтырылып сығарылды.

– «Йәншишмә» гәзитендә 32 йыл эшләү тәжрибәмдән сығып, шуны әйтә алам, балалар һәм уҡытыусылар менән берлектә ойошторолған төрлө акцияларҙың һөҙөмтәһе бик ҙур. Әлеге мәлдә үҙем дә — Баймаҡта ойошторолған «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр төркөмөнөң ирекмәне. Башҡортостан буйынса ла һәм ошо төркөм ирекмәндәренә ярҙамлашҡан уҡыусы балаларҙың башҡарған изгелектәрен үҙ күҙҙәрем менән күргәндән һуң гәзитебеҙҙә «Ил һаҡларға яуға китте» тигән акция башлап ебәргәйнем. Шунан  ниңә ошо изгелек башҡарғандар хаҡында яҙылғандарҙы китап итеп сығармаҫҡа, илһөйәр балаларҙың башҡарған фиҙакәр эштәрен тирә-яҡҡа таратмаҫҡа, тип уйланым. Шулай итеп, мәҡәләләрҙе бергә туплап, Баймаҡ районының «Беҙ бергә! Мы вместе!» ирекмәндәр төркөмөндә көн-төн, тип тормай изгелек башҡарған яҡташтарым хаҡындағын да ҡушып, «Еңеү ҡайтыр атай менән» «Отцы вернутся с победой» китабын баҫтырып сығарырға ниәт иттем һәм тормошҡа ашырҙым.

         Китап ике өлөштән тора: беренсеһе бөгөнгө беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн йәнен аямай дошмандар менән яуҙа батырҙарса көрәшкән һалдат-геройҙарыбыҙ хаҡында булһа, икенсеһе тылдағы балалар һәм ололарҙың фиҙаҡәр хеҙмәттәре тураһында. Бында өс быуын дәүерҙәре ингән, тиһәм дә була. Китапта Еңеүҙең 80 йыллығына  арналған өлөшө лә бар. Бөйөк еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән ҡәҙерле өләсәйем менән әсәйемдең дә хәтирәләре индерелде. Хәҙерге быуын балаларының йөрәк ҡушыуы буйынса ҡулдарынан килгәнсә махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеүе үҙе - ҙур  батырлыҡ бит! Улар  шулай үҙ теләктәре менән өлкәндәргә ҡушылып изге эш башҡара. Китабымда ошо илһөйәр балалар хаҡында яҙылған да инде.
         Илебеҙ киләсәге — ошондай илһөйәр, ерһөйәр булып, аяғында ныҡ баҫып торған, яуаплылыҡ төшөнсәһен бәләкәйҙән тәрбиәләгән быуын ҡулында, — ти автор.

Ҡотлайбыҙ, Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы! Һеҙгә  һаулыҡ һәм тағы ла еңеүҙәр теләйбеҙ!

 

«Еңеү ҡайтыр атай менән»
«Еңеү ҡайтыр атай менән»
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас