Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
22 Ноябрь 2025, 20:00

Зөһрә йондоҙ балҡышы

Бөгөн район китапханаһы икенсе төҫ алған һымаҡ ине. Унда килеп ингәс, һәр кемде китап авторының баннерҙағы ҙур һүрәте ихлас ҡаршылап, сәләмләп торған кеүек.

Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Хәрби формалағы, байрамса кейенгән балалар ҡулдарына ҡәләм һәм аҡ ҡағыҙ тотоп өҫтәл янына йыйылған. Баҡтиһәң, улар һалдаттарға хат яҙасаҡ икән. Үҙҙәренең йөҙө бик етди ҙә, уйсан да...
Тынғыһыҙ журналист был көндө лә эш өҫтөндә. Әле – сираттағы «Өскөл хаттар» акцияһы...
Баймаҡ биләмә-ара китапханаһында «Йәншишмә» балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең хаттар бүлеге мөдире, өс тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен балалар баҫмаһына бағышлаған журналист, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы Зөһрә Хәкимованың «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының исем туйы үтте.
Китаптың тәүге өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләләренә арналһа, икенсеһе – Баймаҡ районының төрлө ауылдарҙан йыйылған ирекмәндәренең яугирҙарға күрһәткән изге эше – тыл ярҙамы хаҡында.
Баймаҡтар ҙурҙан ҡубып, бик ихлас үткәрҙе был сараны. Китапхана директоры Гөлназ Сабирова һәм байрамды алып барыусы Раушания Рәхимова ла маҡтауға лайыҡ.
Китаптың геройҙары үҙҙәре ҡатнашыуы сараны бәҫле, үҙенсәлекле итте – ҡыйыу яугир, «Башҡорт» позывнойлы һалдаттың тотош ғаиләһе – хәләл ефете Гөллирә ханым, уларҙың улдары Тимур, Илсур һәм Артур­ҙың, «Артист» позывнойлы яугирҙың әсәһе Фәниә Мәҡсүтованың китап хаҡындағы тәь­ҫораттары менән уртаҡлашыуы үҙе бер онотолмаҫлыҡ тарих, тәрбиә дәресе булды.
«Башҡорт»тоң өлкән улы Тимурҙың шиғырынан алынған китаптың исеме. Ағаһының яҙғанын Илсур бик матур итеп һөйләне. Яугир ни өсөн МХО-ға юлланыуы тарихын бәйән итте.
«Артист» позывнойлы яугирҙың видеобәйләнеш аша сығышы ла тетрәндергес, рухлы булды – китап авторына бергә хеҙмәт итеүсе яуҙаштары исеменән дә рәхмәттәрен еткереп, яҡындарына һәм сарала ҡатнашыу­сыларға сәләмдәрен ебәреп, ҡурай моңдарын бүләк итте ул. Был тулҡынландырғыс ҡотлауҙы залдағылар оҙаҡ алҡышлап ҡул сапты. Илшаттың әсәһе Фәниә апайҙың сығышы – башҡорт ҡатындарының сабыр, аҡыллы, тыйнаҡ булыуына дәлил.
«Печник» позывнойлы яугир­ҙы видеобәйләнеш аша күреү, уның фекерен ишетеү бәхете лә тейҙе тамашасыға. Хатта күҙ­ҙәргә йәштәр йыйылды...
Бәхетленең ҡунағы бер көндә, тигәндәй, уның байрамы ла бер көндә булып сыҡты – сараның икенсе өлөшөндә махсус хәрби операциялағы яҡташтарына һәр төрлө ярҙам күрһәткән ирекмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ағинәйҙәр һүҙ алды.
Үрге Яйыҡбайҙан «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Зөлхәбирә Мырҙағәлина, Йомаш ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Зифа Иҫәнова, Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенең «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Көнһылыу Азаматова һәм Ир-егеттәр ҡоро етәксеһе Мөҙәрис Әбелғазин, әүҙем ирекмәндәр –яугирҙарға ихлас ярҙам итеүселәр­ҙең вәкиле – Ир-егеттәр ҡоро етәксеһе, Иҫке Сибай мәктәбенең хеҙмәт дәресе уҡытыусыһы Сибай Утарбаев, «Хәрби туғанлыҡ» һәм «Беҙ – бергә!» ирекмәндәр үҙәге ойошмалары етәкселәре Рәмис Әмиров, Лилиә Такаеваларҙың баймаҡтарҙың ирекмәнлек эштәре ха­ҡында тәфсирләп һөйләүе, китаптың үҙҙәренең эшенә бер баһа һәм тарихи ваҡиға икәнлеген белдереүе йыйынтыҡтың ысынбарлыҡтың күсермәһе булыуын раҫланы. Китап авторының күп һанлы яҡташтары – изге эш, тип ваҡытын йәлләмәгән, яугир­ҙарыбыҙға төрлө яҡлап ярҙам итеүҙе бурысы һанаған ирекмәндәр менән бер тулҡында, бер һүҙҙә, бер ниәт-маҡсатҡа ынтылышта булыуына ла төшөндөк.
Һәр яҡлап булдыҡлы баймаҡтар үҙҙәренең талантлы ҡыҙын ике «бишле» алған байрамы – тыуған көнө айҡанлы ла тәбрикләне.
Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов исеменән райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Йыһаншина ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе:
– Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы, һеҙ белем усаҡтары менән дә тығыҙ эш алып бараһығыҙ. Илдә махсус хәрби операция башланғас, балалар­ҙың күңел йылыһын еткереүсе «Өскөл хаттар» акцияһын ойоштороп, һалдаттарға ҡыуаныс, өмөт бүләк иттегеҙ. Үҫеп килгән быуында телһөйәрлек, илһөйәрлек, ватансыллыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә тос өлөш индереүегеҙ – беҙҙең өсөн сикһеҙ ҡыуаныс. Шулай уҡ һеҙҙең Баймаҡ районының «Беҙ – бергә!» ирекмәндәр ойошмаһының әүҙем ағзаһы булыуығыҙ оло хөрмәт һәм һоҡланыу уята. «Еңеү ҡайтыр атай менән» исемле китабығыҙҙың донъя күреүе лә – 
һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙҙең ҡәҙерле бер емеше. Китап геройҙары араһында төп урында беҙҙең яҡташтар – МХО яугирҙары, ирекмәндәрҙең булыуы беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.
Райондың мәғариф бүлеге методисы Гөлшат Иҫәнъюлова ла китап авторына ҙур баһа биреп, райондаштары исеменән рәхмәт һүҙҙәрен әйтте, артабан да ижади үрҙәргә үрләүен теләне. Килгән халыҡ иһә, ошо китап менән генә мөрхәтһенмәй, тағы ла яҙыуын һорап ҡына ҡалманы, яҡташтарына бурыс-наказ ҡуйҙы – башҡа яугирҙар, ирекмәндәр хаҡында китап баҫып сығарырға!
Белем усаҡтарында авторҙың әүҙем эшләгән дуҫтарының күп булыуы ла һоҡландырҙы. Баймаҡтағы 3-сө мәктәп директоры Заһит Сәфәрғәлиндең улы Басир менән йырлауы, 5-се мәктәп уҡыусыларының һәм Рәшиҙә Иҙелбаева етәкселегендәге «Шатлыҡ» фольклор берекмәһенең сәсәндәр төркөмөнөң сығышы, Баймаҡтағы 4-се лицей, Ниғәмәт, Ярат уҡыусыларының шиғыр ятлауҙары, уларҙың рухлы йыр­ҙары баймаҡтарҙа рух күтәренкелеге өҫтөнлөк итеүен сағылдырҙы.
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙын ныҡ хөрмәт итә икән яҡташтары – Сибайҙан ирекмән Сибай Утарбаев ағай уға арнап ошо тамаша залында ши­ғыр ижад итә һал­ған, шиғыр-бүләк берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Туғандарының баянда уйнап, йыр бүләк итеүе Иҫәндәү­ләтовтар­ҙың туғанлыҡ бәйләнешенең ҡорос­тай ныҡ булыуын күр­һәтте. Автор үҙе лә китап герой­ҙарына гөлләмәләр, иҫтәлекле бүләктәр, балаларға тәмле күстәнәстәр әҙерләүе, сараға килгән һәр береһенең яҡташтарына йылы һүҙ әйтеү менән бер ҡатар уны гөлләмәләргә күмеп ташлауы көҙгө һоро көндө ысын сағыу көнгә – күңел һәм рух байрамына әйләндереп ебәрҙе.
Тиккә генә быйыл Рәсәй Журналистар союзының «Намыҫ. Лайыҡлылыҡ. Профессионализм» миҙалына лайыҡ булмаған Зөһрә Хәкимова. «Беҙ – бергә!» ойошмаһының ирекмәне булыуы ла – һүҙен эш менән нығытыуына ишара. Әйткәндәй, ошо сарала ла уҡыусылары менән «Өскөл хаттар» акцияһын дауам итеп, Аллаһ ризалығы өсөн үҙ исеменән ҡорбан салдырып, ҡорбанлыҡ малдың итен «Беҙ – бергә!» ирекмәндәр штабына тотошлайы менән тапшырҙы. Үрге Яйыҡбайҙан «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Зөлхәбирә Мырҙағәлина, Мәхтимә һәм Таһир Рахманғоловтар, Гөлбикә Сәфиуллина, Фәнүрә Ғәббәсова ул иттән МХО яугир­ҙарына 37 вакуум һауытта былау һәм 17 банка быҡтырылған ит әҙерләне. Ошо арала Үрге Яйыҡбайҙа ваҡытлыса ялда бул­ған «Нуғай» позывнойлы яугир әлеге әҙер ризыҡты яуҙаштарына алып китте. Алла бирһә, һалдаттарыбыҙҙың ризығына яҙһын, Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙының ҡорбандары ҡабул булһын!
Заман менән бергә атлаусы шәхес, рух ныҡлығына, ватансыл сифаттарға эйә булған Зөһрә Хәкимованың быйыл Башҡортостан Республикаһының Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт, урыҫ, татар, мари, сыуаш һәм морд­ва телдәрендә донъя күргән «Еңеү ҡайтыр атай менән» китабының Баймаҡта үткән исем туйы – ҡаһарман яугирҙар менән ҡаҡшамаҫ тылдың берҙәмлегенә, халҡыбыҙҙың рухлы, илһөйәр, бер­ҙәм һәм маҡсатлы булыуына, көнүҙәк темаларҙы яҡтыртып, журналист ҡәләменең үткерләнә барыуын, халҡына әйтер һүҙенең тәғәйен һәм урынлы, ваҡытлы булыуына ишара.


Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА,
шағирә, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
Бөрйән районының
Самат Ғәбиҙулин исемендәге премияһы лауреаты.
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Зөһрә йондоҙ балҡышы
Автор:
Читайте нас