Үҙем китап уҡырға яратҡас, атай-әсәйем өйгә «Аҡбуҙат» журналы менән «Йәншишмә» гәзитен яҙҙыра. Баҫмаларҙағы төрлө уйын, башватҡыстар, һүрәттәрҙе буяу, оригами, апликациялар эшләргә өйрәтеү өсөн сыҡҡан махсус биттәр менән ҡыҙыҡһынам. Беләһегеҙме, минең хаҡта ла гәзит биттәрендә баҫылып сыҡты. Зөһрә апай Хәкимова яҙғайны.
Әсәйем ошо китапханала эшләй. Ул бер көнө ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе. Тиҙҙән китапханала Зөһрә апайҙың ижад кисәһе була икән. Мине лә унда ҡатнашырға саҡыралар. Быға ныҡ шатландым, сөнки журналист апайҙы күҙмә-күҙ күргәнем юҡ ине. Мин унда йырлаясаҡмын. Уға алдан әҙерләнә башланым.
«Еңеү ҡайтыр атай менән» китабы тураһында әсәйем һөйләп бирҙе. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар, уларҙың ғаиләләре тураһында яҙылған. Ошо китап геройҙарының ҡайһы берҙәре осрашыуға саҡырылғайны. Мин улар һәм башҡа ҡунаҡтар алдында сығыш яһаясаҡмын. Бер аҙ тулҡынландым. Атайым менән «Алға, башҡорт егеттәре!» тигән илһөйәрлек йырын йырларға булдыҡ. Уны Айтуған Ғәйзуллин башҡарыуында гел яратып тыңлайым. Ике көн эсендә өйрәндем дә ҡуйҙым.
Исем туйы бик матур үтте. Йырымды ла яратып ҡабул иттеләр. Зөһрә апайға ла оҡшаны. Беҙҙе тәмлекәстәр менән һыйланы ул. Мин дә «Өскөл хаттар» акцияһында ҡатнаштым. Тиҙҙән яулаясаҡ еңеү өсөн көрәшкән батыр ағайҙарға изге теләктәремде яҙҙым.
Шундай сағыу, иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс сарала ҡатнашыуым менән ғорурланам. Оҙаҡламай Зөһрә апайҙың китабын да уҡырға уйлайым. Журналист апайҙы яҡындан күргәс, икенсе тәьҫораттар менән уҡырмын. Тағы ла һалдат ағайҙарҙың һөйләгәндәрен барыһы ла оҙаҡ ҡул сабып алҡышланы. Был мәлдәр тураһында яҙып ҡына аңлатып булмай... Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк.
Зөһрә апайға сараға саҡырғаны һәм миңә иҫтәлекле көн бүләк иткәне өсөн рәхмәт әйтәм. Уға һаулыҡ һәм мин дә икенсе китабын сығарыуын теләйем.
Басир СӘФӘРҒӘЛИН, II синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 3-сө мәктәп.