Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
21 Ғинуар , 11:53

Төрки алфавитын өйрәнгең киләме?

XX быуаттың 20-се йылдарында халҡыбыҙ төрки яҙмаһынан латиницаға, һуңынан кириллицаға күсә. Иҫке алфавит ваҡыт үтеү менән онотола, әммә хәҙер ғәрәп-фарсы хәрефтәренән торған төрки графикаһын өйрәнергә теләүселәр аҙ түгел. Мәҫәлән, архивта һаҡланған материалдарҙы уҡып, үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөргә теләүселәр бихисап. Күптәрҙең ғаиләһендә иҫкесә яҙылған документтар, фотолар һаҡланып ҡалған.

Төрки алфавитын өйрәнгең киләме?
Төрки алфавитын өйрәнгең киләме?

Ошоно күҙ уңында тотоп, Шамил Вәлиев етәкселегендә бер төркөм авторҙар – Искәндәр Сәйетбатталов, Ислам Байғужин һәм Илшат Миңлебаев үҙенсәлекле китап баҫтырған. Биҙәү эштәре менән Юлиә Ҡоҙаярова һәм Йософ Куряев шөғөлләнгән. Баҫмала иҫке төрки алфавитының һәр хәрефенә миҫалдар бирелә, ә эргәһендә махсус юлдар һыҙылған – һәр теләгән кеше үҙе яҙырға өйрәнә ала.

– Был эште остазым, телсе ғалим, профессор Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновҡа һәм ҡарт олатайым Ғабдулла Баһауетдиновҡа бағышлайым, – тине Шамил Римзил улы. – Идея авторы Азат Бадрановҡа рәхмәт. Командабыҙ менән еңел булмаған эште бер йылда атҡарып сыҡтыҡ. Алла бирһә, уҡыусылар күңеленә хуш килеп, 4-5 йылдан тулыландырылған, төҙәтелгән вариантын ҡулға алырға яҙһын!

“Әлифба төрки”ҙең исем туйында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та ҡатнашты. Ул "Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә 700 экземпляр тираж менән сыҡҡан баҫманың тиҙ арала таралып бөтәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Әйткәндәй, был хәрефтәрҙе махсус ҡәләм менән яҙғанда, яҡшыраҡ буласаҡ. Ул төрлө маркетплейстарҙа һатыла. Ә баҫманы әлегә “Китап” фирма магазинында табырға мөмкин.

 

Автор һәм В. Шахов фотолары.

 

Төрки алфавитын өйрәнгең киләме?
Төрки алфавитын өйрәнгең киләме?
Төрки алфавитын өйрәнгең киләме?
Төрки алфавитын өйрәнгең киләме?
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас