Бөтә яңылыҡтар
Яңы китап сыҡты
27 Февраль , 15:21

"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"

Элегерәк ҙур залдарҙа яҙыусылар, шағирҙар менән ижади осрашыуҙар йыш ойошторола торғайны.    

"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"

Әле уларҙы Яҙыуылар союзында, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Милли әҙәбиәт музейында, “Китап” магазинының осрашыуҙар залында үткән матур саралар алмаштыралыр.

26 февралдә Ленин урамында урынлашҡан “Китап” магазинында халҡыбыҙҙың күренекле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йәш тулыуға ҡарата сығарылған “Факиһа Туғыҙбаева. Тормошо һәм ижады” тигән китап-альбомдың исем туйы ойошторолдо. Был осрашыуға уның ижадын яратыусылар, замандаштары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килгәйне. Шулай уҡ Башҡортостан  Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, яҙыусылар Гөлфиә Юнысова, Гөлнур Яҡупова, Миңлегөл Хисамова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Салауат Кәримов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Лариса Абдуллиналар ҡатнашты.

Йылы хәтирәләргә бай, иҫтәлекле кисәгә әүерелде яңы китап-альбомдың исем туйы. Уны Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева алып барҙы. Айгиз Баймөхәмәтов һүҙ алып:

– Бөгөн беҙ Факиһа Туғыҙбаеваның ижадына, шәхесенә ҙур хөрмәт кисәһенә йыйылдыҡ. Күренекле шағирәнең тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы республика хөкүмәтенең ҡарары сыҡты. Уға ярашлы тыуған яғы Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылы китапханаһына Факиһа Туғыҙбаева исеме бирелде. Альбом-китап иһә әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн ҙур бүләк булды, – тип билдәләп үтте.

Факиһа Һаҙый ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуған. Мәктәптә уҡығанда уҡ тырышлығы, зирәклеге менән айырылып торған ул.

– Башҡорт дәүләт университетында бергә уҡыныҡ. Төрлө әҙәби кисәләргә йөрөнөк, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләндек. Факиһа студент ваҡытында уҡ зирәк, өлгөр булды. Имтихандарын алдан уҡ тапшырып ҡуя торғайны. Серҙәштәр, ғаиләләр менән дә дуҫ булдыҡ. Уның блокноты менән ручка йә ҡәләме һәр саҡ ҡул аҫтында – йә һыуытҡыс башында, йә өҫтәлдә күңеленә килгән шиғри юлдарҙы, фекерҙәрен яҙырға әҙер генә ята торғайны, – тип һағынып иҫкә алып үтте Факиһа Туғыҙбаева менән бергә уҡыған һабаҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамова.

Гөлфиә Юнысова ла университеттағы “Шоңҡар” түңәрәгендә бергә шөғөлләнгән йылдары тураһында һөйләп үтте:

– Шәлкем-шәлкем шиғырҙар сығарған, уларҙы бер-беребеҙгә уҡыған мәлдәр әле лә һағындыра. Татарстан, Сыуашстан студенттары менән ижади осрашыуҙарға ла бара торғайныҡ. Шулай бер төркөм ҡыҙҙар әҙәбиәткә килеп индек. Һуңынан икебеҙҙең дә журнал мөхәррирҙәре булыуыбыҙ, балалар өсөн шиғырҙар ижад итеүебеҙ ҙә беҙҙе дуҫлаштырғандыр. Һәр бер эшкә ҙур яуаплылыҡ менән ҡараған, әҙәпле шәхес булды Факиһа Туғыҙбаева.

Әйткәндәй, бәләкәйҙән китап уҡырға яратҡан ҡыҙ уҡыусы сағында уҡ “Башҡортостан пионеры”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәренә яҙышып тора. Ә университетты тамамлағанда уны республика балалар гәзитенә эшкә саҡыралар. Факиһа Туғыҙбаеваның хеҙмәт юлы “Йәншишмә” гәзитенән башланыуы – беҙҙең редакция өсөн ғорурлыҡ. Уның хеҙмәт кенәгәһендә яҙыуҙар күп түгелдер. 1977 йылдан “Пионер” журналына эшкә күсә. Ә 1990 – 2010 йылдарҙа “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире була.

– 80-се йылдарҙа “Ағиҙел” журналы эсендә кескәйҙәр өсөн “Бәпембә” ҡушымтаһы сыға башланы. Булат Рафиҡов мөхәррир ине ул ваҡытта. Мин дә балалар өсөн шиғырҙарымды ебәрҙем. Артабан республиканың мәктәпкәсә йәштәге балалары өсөн “Аҡбуҙат” журналы ойошторолдо. Ул ваҡытта Күмертауҙа йәшәй инем. Факиһа Туғыҙбаева, Өфөгә килгәнеңдә редакцияға кил, тип саҡырҙы. Кескәйҙәр өсөн ижад итеүсе яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы, рәссамдарҙы йәлеп итте, шулай тупланды был журнал. Бер килгәнемдә тулҡынланып ҡына баш мөхәррирҙең кабинетына барып индем. Ә ул шундай ябай, мөләйем, итәғәтле, тыйнаҡ шәхес булып сыҡты. Бер ҡасан да кешенең йөҙөн йыртып әйтмәне. Гел һүҙен, һин бит һәйбәт яҙа алаһың, тип башлар ине. Шулай итеп ижадҡа дәртләндерә, ә бит тәнҡит һүҙе менән танылмаған талантты ла юҡҡа сығарырға мөмкин. Факиһа Туғыҙбаеваның ижады күп яҡлы булды. Тыуған ил, өлкәндәр, балалар өсөн дә яҙҙы. Уның талантына, тырышлығына һоҡланмау мөмкин түгел, – тип матур иҫтәлектәре менән уртаҡлашты яҙыусы, педагог Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина.

Шағирәнең “Мәк яланы” тигән тәүге китабы 1980 йылда баҫылып сыға. “Күҙ ҡараһы”, “Йондоҙ асам”, “Сәғәт моңо”, “Фатихамды бирәм һиңә”, “Минең ҡошом Һомай”, “Ваҡыт тамғалары” исемле йыйынтыҡтарында шиғырҙары һәм поэмалары донъя күрә. Балалар өсөн китаптары – “Шаҡмаҡлы дәфтәр”, “Яңы күлдәк”, “Болонда уйнай сәскәләр”, “Алтын асҡыс бүләккә”. Әҫәрҙәре урыҫ, төрөк телдәрендә лә баҫыла. Факиһа Туғыҙбаева “Сәғәт моңо” тигән китабы өсөн 1993 йылда Рәми Ғарипов исемендәге премия бирелә. Ә 1995 йылда “Фатихамды бирәм һиңә” китабы өсөн ҡатын-ҡыҙ әҙиптәр араһында беренселәрҙән булып Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырыла. Белеүебеҙсә, 2014 йылда Факиһа апай Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лә гүзәл заттарҙан беренсе булып лайыҡ була.

Китап-альбомдың исем туйында сығыш яһаусылар Факиһа Туғыҙбаеваның ижадын, шәхесен әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалдары ла бик хөрмәт итеүен, яратыуын иҫкә алып үтте.

Халҡыбыҙҙың талантлы ҡыҙының тормошо һәм ижады тураһында китап-альбомдың донъя күреүе киләһе быуындар өсөн, башҡорт әҙәбиәте тарихы өсөн ҡиммәт, кәрәк. Исем туйында Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусылары Әнүәр Сәғҙиев, Мираҫ Алсынов, Тамьян Йомағолов, Баййегет Шаһыбаловтар Факиһа Туғыҙбаеваның балалар өсөн яҙылған матур-матур шиғырҙарын тасуири ятлап ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, шағирә байтаҡ йылдар Яҙыусылар союзында балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте секцияһын етәкләгән. Хатта мәғариф министрлығында мәктәптәр менән эшләү буйынса комиссия рәйесе була, Бөтә союз уҡытыусылар съезында ҡатнаша.

“Факиһа Туғыҙбаева. Тормошо һәм ижады” китабына материалдарҙы шағирәнең ҡыҙы, балалар яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Зөлфиә Күскилдина туплаған.

– Әсәйемдең тыуыуына 75 йыл тулыуға ниндәйҙер мөһим эш башҡарғы килде. Уның бик ҙур архивы тупланған, интервьюлар, фотолар, мәҡәләләр… Һәр папкаһына ҡайҙа, ҡасан, нимә тураһында - барыһы ла аныҡ яҙылған. Әсәйем бик ентекле, етди, тәртипте яратҡан кеше булды, беҙҙән дә шуны талап итте. Альбом-китап өсөн республика етәкселегенә, “Китап” нәшриәтенә, фотоларҙағы шәхестәрҙең исем-шәрифтәрен табырға, мәғлүмәттәр өҫтәргә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, – тине Зөлфиә Мансур ҡыҙы.

Сараға Бүздәк районынан Факиһа апайҙың яҡташтары ла килгәйне. Яңы китап тыуған районының ғына түгел, республиканың бөтә китапханаларында урын алыр. Был китап-альбом Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөтә ғүмерен республиканың балалар матбуғатына арнаған Факиһа Туғыҙбаеваның бай ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыр.

Ауылдашы, яҙыусы, журналист Хәким Ғиләжев Факиһа апай тураһында: "Шағирәнең үҙ тауышы, үҙ темаһы, үҙ ҡарашы, аҙаҡ килеп, үҙ моңо, аһәңе бар, сөнки ул шағирәләрҙең генә түгел, хатта әлеге шағирҙарҙың береһенә лә оҡшамаған, нәҡ үҙенә оҡшаған. Бындайҙар һирәк", – тип яҙған. Уның шиғырҙарын, дастандарын йәштәр уҡыр, өйрәнер, йәшәтер. 

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

 

 

"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
"Үҙ тауышы, үҙ аһәңе бар"
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас