+17 °С
Облачно
VKOKМакс

Эпостың бәләкәй балалар өсөн варианты!

Ҡәҙерле дуҫтар, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә балалар өсөн тәғәйенләнгән “Урал батырҙа ҡунаҡта” китабы донъя күрҙе!

Эпостың бәләкәй балалар өсөн варианты!Эпостың бәләкәй балалар өсөн варианты!
Эпостың бәләкәй балалар өсөн варианты!

Эпос мотивтары буйынса кескәйҙәр өсөн адаптацияланған текстар сағыу һүрәттәр менән биҙәлде. Бөгөнгө көндә был актуаль баҫма уҡыусыларҙы Урал батыр, Һомай, Аҡбуҙат кеүек геройҙар менән таныштырып ҡына ҡалмай, шулай уҡ Башҡортостан тауҙары һәм йылғаларының барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт бирә, балаларға яҡшылыҡ менән яуызлыҡ хаҡында тәүге күҙаллауҙар алырға ярҙам итә. Китап Урыҫ география йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе эгидаһы аҫтында баҫылды. “Урал батырҙа ҡунаҡта” китабында интерактив өҫтәлмә лә бар!

Уҡыусылар бирелгән махсус QR-код аша инеп, эпос буйынса башҡорт телендәге онлайн уйындарҙа үҙ көстәрен һынап ҡарай ала. Был китап ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да күңеленә хуш килер, тигән өмөттәбеҙ.

Китапты Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26-сы йорт адресы буйынса һатып алырға мөмкин.

0+

 

Әлфиә ТЕЛӘМОВА.

Л. Раилова фотоһы.

Эпостың бәләкәй балалар өсөн варианты!
Эпостың бәләкәй балалар өсөн варианты!
Эпостың бәләкәй балалар өсөн варианты!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас