

Сараға билдәле яҙыусылар, Миләүшә Ғәлиеваның коллегалары, “Тамыр” студияһында шөғөлләнеүселәр, “Китап” нәшриәте һәм гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре килгәйне.
Китапҡа 16 “йырлап ҡына торған” шиғыр ингән. Бер нисәүһен “Юлдаш” алып барыусыларының балалары тамашасыларға һөйләп тә күрһәтте. Дүрт юллыҡтар тиҙ генә иҫтә ҡала, кескәйҙәр өсөн был мөһим.
“Тамыр” студияһы балаларының һәм Дамир Тайыпов ғаиләһенең сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Шағирәләр Гөлфиә Юнысова менән Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ла килгәйне Миләүшә Ҡасим ҡыҙын ҡотларға. Улар балалар өсөн ижад итеүҙең еңел генә түгеллеген билдәләне.
“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина Миләүшә Ҡасим ҡыҙы менән күптән дуҫ булыуҙарын, уның ижадын күҙәтеп барыуын, һоҡланыуын белдерҙе. Ысынлап та, авторҙың һүҙҙәренә яҙылған лирик йырҙар байтаҡ. Миләүшә Ғәлиеваны “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Аҡбуҙат” журналының яуаплы сәркәтибе Миңлегөл Тайсина һәм башҡалар ҡотланы. Был йыйынтыҡ һуңғыһы булмаһын!
Автор, Юлай Кәримов һәм "Китап" нәшриәте фотолары.