-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
9 Июнь 2018, 13:29

«Аҙна һайын – отош»

Был уйында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнаша. Бүләк отоп та ҡыуана күптәре. Бына әле сәй сервизы Хәйбулла районының Әбеш мәктәбе директоры Радмир Вәкил улы Ниғмәтуллинға тапшырылды.

Был уйында балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡатнаша. Бүләк отоп та ҡыуана күптәре. Бына әле сәй сервизы Хәйбулла районының Әбеш мәктәбе директоры Радмир Вәкил улы Ниғмәтуллинға тапшырылды.

– Яңыраҡ ҡына беҙгә өр-яңы 22 урынлыҡ автобус бүләк иткәйнеләр. Шәп вездеход! Уны Өфөнән үҙебеҙ барып алдыҡ. Был автобусҡа беҙҙең юлдарҙан йөрөүе бер ни тормай. Рәхмәт хөкүмәтебеҙгә!

Бына бөгөн «Йәншишмә» үҙ бүләген килтергән. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ инде. Мәктәбебеҙҙә гәзитте алдыралар, яратып уҡыйҙар. Киләсәктә лә бергә булайыҡ! – тип оҙатып ҡалды ул беҙҙе.

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр,

хөрмәтле уҡытыусылар, етәкселәр һәм эшҡыуарҙар!
Изге ураҙа айында балаларға рухи аҙыҡ – гәзиткә подписка бүләк итһәгеҙ, үҙегеҙгә мең сауап алырһығыҙ. Туғандарығыҙға, тыуған ауылығыҙ мәктәбенә, китапханаларға яҙҙыр­ған милли баҫмаларҙы йөҙәрләгән кеше уҡып ҡыуаныр һәм һеҙгә рәхмәттәр яуҙырыр.
Милләттәштәр! Гәзит-журналдарыбыҙҙың ябылыуына юл ҡуймайыҡ. Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ һәм башҡаларҙан да шуны талап итәйек. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!

Гәзиткә яҙылыу хаҡы – 477 һум 54 тин.

Индексы – П 2765.
Читайте нас: