Уйынды башлап ҡына торғанда, квитанцияһын тотоп, Белорет һынлы Белореттан даими уҡыусыбыҙ Нурулла ағай Миһранов килеп инде. Ҡатнашып, шунда уҡ бүләген дә эләктерҙе. Гәзиткә бер йылға яҙылып та ҡуйған икән! Һай, бигерәк өлгөр үҙебеҙҙең ағайыбыҙ! Был юлы ул гәзитебеҙҙе баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында VI синыфта белем алған ейәнсәре Раушания Миһрановаға яҙҙырған. Беренселә белем алған Рәсүл ҡустыһы менән рәхәтләнеп уҡырҙар инде. Башҡалар ҙа ейән-ейәнсәрҙәренә ошондай бүләк эшләһә, ҡалай шәп булыр ине!