Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
16 Ноябрь 2018, 16:46

«Аҙна һайын – отош»

Был шәп бүләкте кем отто, тиһегеҙме? Берҙәмлектә – көс, тиҙәр бит. Бишбүләк районы Дүсән башланғыс мәктәбе уҡыусылары «Йәншишмә»гә күмәкләп яҙылғас, еңеүгә өмөттәре лә ҙур ине. Һөҙөмтәлә, бүләк уларҙың береһенә сыҡты ла инде. Филүс Кәлимуллин IV синыфта уҡыған ҡыҙы Филиәгә гәзит яҙҙырған һәм бүләк тә отто. Икеләтә шатлыҡ.

Был шәп бүләкте кем отто, тиһегеҙме? Берҙәмлектә – көс, тиҙәр бит. Бишбүләк районы Дүсән башланғыс мәктәбе уҡыусылары
«Йәншишмә»гә күмәкләп яҙылғас, еңеүгә өмөттәре лә ҙур ине. Һөҙөмтәлә, бүләк уларҙың береһенә сыҡты ла инде. Филүс Кәлимуллин IV синыфта уҡыған ҡыҙы Филиәгә гәзит яҙҙырған һәм бүләк тә отто. Икеләтә шатлыҡ.

Был матур сәй сервизын килеп алғанда үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен дә онотмағыҙ. Берәй танышығыҙ килеп ала икән, документтарығыҙҙы гәзиттең электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.
Дуҫтар, һеҙ ҙә «Йәншишмә»гә яҙылып, квитанцияғыҙ күсермәһен ебәрегеҙ. Декабрҙә төп бүләк – велосипед уйнатыласаҡ.

Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 490 һум 44 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға яҙылып та була. Хаҡы – 894 һум 29 тин. Индексы – П3371.
Читайте нас: