+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
5 Ғинуар 2019, 20:00

Велосипед – Хәйбулланан Айтуғанға!

Бына, дуҫтар, өр-яңы йылда һеҙҙең менән тағы осраштыҡ. Беҙҙең менән бергә ҡалыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Гәзитебеҙҙең хеҙмәткәрҙәре йырсы Искәндәр Ғәзизов менән бүләктәр отторғандан һуң.
Гәзитебеҙҙең хеҙмәткәрҙәре йырсы Искәндәр Ғәзизов менән бүләктәр отторғандан һуң.
2019 йылға «Йәншишмә»гә яҙылыусылар араһында отош уйыны ойоштор­ғайныҡ. Вәғәҙә иткәнебеҙсә, төп бүләк велосипед ине! Уны оторға теләп, квитанцияларын ебәреүселәр күп булды. Уйынды Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, яратҡан йырсыбыҙ Искәндәр Ғәзизов менән бергә күңелле итеп үткәрҙек.
Велосипедты кем отто, тиһегеҙме? Был бәхет Хәйбулла районы Әбеш ауылынан Мәҙинә Рәшитовағайылмайҙы! Ҡотлайбыҙ! Мәҙинә Нәсибулла ҡыҙы – урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. «Йәншишмә»не ғаиләләре менән бергәләп уҡыйҙар икән. Ә велосипед уның VI синыфта белем алған Айтуған улына шәп Яңы йыл бүләге булды инде.
Отошта бөтәһе 20 приз уйнатылды. Әлбиттә, «Йәншишмә»гә күпләп яҙылған мәктәптәрҙең бүләк отоуға өмөттәре ҙурыраҡ ине. Шулай итеп, ике кешелек туристик палаткалар Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан Алһыу Ишмуллинаға һәм Дәүләкән районы Буранғол ауылынан Ринат Талиповҡа эләкте. Баймаҡ районы Кәрешкә ауылынан Ихсан Вәлишин менән Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолдан Сөмбөл Йосопова тюбинг отто. Вәт шәп, ҡышҡы каникулда рәхәтләнеп шыуырға!
Өфө ҡалаһынан Розалина Мусинаға поход өҫтәле сыҡты. Бүләктәр араһында 5 термос бар ине. Улар Стәрлетамаҡтан А. Моратовҡа, Өфө ҡалаһындағы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Ирина Байгилдина менән Эвелина Ғәзизоваларға, Белорет районы Ғәбдөк ауылынан Нәркәс Әхмәтйәноваға, Әбйәлил районы Асҡар балалар йортона эләкте. Өфөнән Әлфиә Зәбдинова, Туймазынан Л. Харисова, Баймаҡ районы Кәрешкә ауылынан Сәлих Шәрәфетдинов термокөрөшкәле булды. Тағы селфи-таяҡтар отторҙоҡ. Улар иһә Өфөнән эстрада йондоҙо Нәркәс Сиражетдиноваға һәм Айбулат Яҡуповҡа, Бөрйән районы Килдеғол ауылынан Лиана Исхаҡоваға сыҡты. Өс дартс уйыны Бишбүләк районы Ҡаныҡай мәктәбенән Илсур Хөсәйеновҡа, Дүсән башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Йәмилә Насироваға, Баймаҡ районы Татлыбайҙан Камилла Йәнтүринаға булды.
Бүләк отҡан бөтә дуҫтарыбыҙҙы ла ҡотлайбыҙ. Шулай гәзитебеҙ ойошторған төрлө бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. «Йәншишмә» гәзите биттәрендә балаларҙың мәҡәлә, шиғыр, хикәйә, әкиәт, һүрәттәренә күп урын бирелә. Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: