+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
3 Июль 2019, 16:48

Төп приз – Әбйәлилдә!

Бына көтөп алған “Йәншишмә” гәзите ойошторған бүләк отоу уйыны үткәрелде. Беҙгә бөтәһе 300-ҙән ашыу хат килде.


Ә төп приз – “Челленджер” кәмәһен Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан үҙебеҙҙең йәш хәбәрсебеҙ Заһиҙә Рәжәпова отто. Афарин, Заһиҙә! Даланың бар икән. Ҡотлайбыҙ!

Шулай уҡ башҡа бүләктәрҙе Ғафури районының Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Данил Сафин – гамак, Баймаҡ районының Кәрешкә ауылынан Гөлсинә Мөстәхитдинова һәм Ҡырмыҫҡалы районының Үрге Төкөн ауылынан Римма Санъярова – спорт сумкалары, Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан Ләйсән Мырҙаева – ямғырҙа кейә торған плащ, Өфөнөң 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Камила Тәүәкәева – туристың йоҡо тоғо, Күмертауҙан Әлфиә Рәжәпова гамак отто. Әйткәндәй, Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы гәзитте ейәнсәре Дианаға яҙҙырған.

Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ! Яҙылығыҙ, "Йәншишмә" гәзите үткәргән уйындарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашығыҙ! Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: