+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
1 Ноябрь 2019, 17:05

Яҙыл да бүләк от!

Ҡәҙерле дуҫтар, ә һеҙ «Йәншишмә»гә яҙылдығыҙмы? Гәзитһеҙ ҡалып ҡуймағыҙ, үҙегеҙгә ныҡ күңелһеҙ булыр. 2020 йылда «Йәншишмә»беҙ 90 йәшен билдәләй. Ҙур юбилей көтә! Был байрамыбыҙҙы гәзит уҡыусыларыбыҙ артып, яҡшы кәйеф менән ҡаршылағы килә.


Һөйөнсө! «Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Матур-матур бүләктәребеҙ әҙер. Был отош уйынында ҡатнашыу өсөн редакцияға гәзиткә 6 айға йәки 1 йылға яҙылыу квитанцияһының күсермәһен ебәреү ҙә етә.

Тағы ла бер һөйөнөслө хәбәр еткерәбеҙ. «Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһын да башлайбыҙ. Йәгеҙ, кемдәр иң тәүгеләр булыр икән? Синыф менән яҙылыусыларҙың фотоһүрәте гәзитебеҙҙең беренсе битендә биреләсәк һәм сайтыбыҙға ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, уларға редакцияның Почёт грамотаһы менән иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, «Йәншишмә»гә яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар!


1 айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин,3 айға – 257 һум 10 тин,

6 айға – 514 һум 20 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға яҙылыу хаҡы – 941 һум 81 тин.

Индексы – П3371.

Читайте нас: