+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
13 Декабрь 2019, 17:50

Яҙыл да бүләк от!

Ҡәҙерле дуҫтар, ә һеҙ «Йәншишмә»гә яҙылдығыҙмы? Гәзитһеҙ ҡалып ҡуймағыҙ, үҙегеҙгә ныҡ күңелһеҙ булыр.

2020 йылда «Йәншишмә»беҙ 90 йәшен билдәләй. Ҙур юбилей көтә! Был байрамыбыҙҙы гәзит уҡыусыларыбыҙ артып, яҡшы кәйеф менән ҡаршылағы килә.

«Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Матур-матур бүләктәребеҙ әҙер. Был отош уйынында ҡатнашыу өсөн редакцияға гәзиткә 6 айға йәки 1 йылға яҙылыу квитанцияһының күсермәһен ебәреү ҙә етә.

«Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһында ла ҡатнашырға саҡырабыҙ. Синыф менән яҙылыусыларҙың фотоһүрәте гәзитебеҙҙең беренсе битендә биреләсәк һәм сайтыбыҙға ҡуйыласаҡ. Бынан тыш, уларға редакцияның Почёт грамотаһы менән иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ кил­һә, «Йәншишмә»гә яҙылырға онотма­ғыҙ, дуҫтар! Һанаулы ғына көндәр ҡала.

Әйткәндәй, гәзиткә өйҙә ултырған килеш кенә интернет аша ла яҙылырға мөмкин. https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ адресы буйынса инеп, «Йәншишмә»нең баҫма йә электрон төрөнә яҙыла ала­һығыҙ.

Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн podpiska.pochta.ru/press/П2765 битенә инергә кәрәк.


1 айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин, ярты йылға – 514 һум 20 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға яҙылыу хаҡы – 941 һум 81 тин. Индексы – П3371.

Читайте нас: