+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
25 Декабрь 2019, 16:23

Төп бүләк Миәкәгә юллана!

Бына, ниһайәт, түҙемһеҙлек менән көткән "Йәншишмә-лото" уйынын үткәрер ваҡыт та етте. Ә бүләктәр шәп ине!


Уйында ҡатнашырға теләүселәрҙең хаттары бер тоҡ. Ошо серле тоҡтағы бүләктәрҙе отоусыларҙы асыҡлар өсөн Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында гел "бишле"гә өлгәшеүсе уҡыусылар Наҙгөл Ҡәлиева менән Искәндәр Бикмөхәмәтов килгәйне. Кемгә бәхет йылмайыр икән?

Быйыл гәзитте әүҙем алдырып уҡыусы район булараҡ та, бүләк отоу буйынса ла баймаҡтарҙан өс кеше сыҡты: Татлыбай ауылынан Камилла Йәнтүрина – волейбол тубы, Ирназаров (исеме яҙылмаған) – һауыт-һаба йыйылмаһы һәм Кәрешкә ауылынан Фәнзил Йәнтилин – һырғалаҡта шыуғыс.

Әбйәлилдән дә өсәү: Ләйлә Нөғәмәнова менән Ф. Мәғәфүрова (Асҡар) – икеһе лә скандинав таяҡтары, Нурия Шәрәфетдинова (Ниязғол) тюбинг отто! Миәкә районынан да ике кешегә бәхет йылмайҙы. Әбеш ауылынан Әҙилә Клеменкоға – төп бүләк – туристар өсөн өҫтәл, ә Ҡаран-Ҡунҡаҫтан Альберт Исхаҡовҡа һауыт-һаба йыйылмаһы эләкте.

Ишембайҙар ҙа даланлы икән! Ишембай ҡалаһы башҡорт интернат – гимназияһынан Миләүшә Зингәретдиноваға – һырғалаҡтан шыуғыс, Камилла Ғәлинаға волейбол тубы тапшырыласаҡ. Ә спорт сумкаһы Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Н. Зәйнуллинаға биреләсәк. Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Сынбулат Ҡәйепов (волейбол тубы), Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбе коллективы, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан З. Ғөбәйҙуллина, Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылынан А. Буранғолова футбол туптарын отто.

Салауат районының Арҡауыл ауылынан Мөршиҙә Мөхтәбәрова апай, Ейәнсура районының Ибрай ауылынан Земфира Аҡбутина (һауыт-һаба йыйылмаһы), Белорет районының Ғәбдөк ауылынан Г. Йәләловалар ҙа (сана-тюбинг) отоп, гәзитле лә, бүләкле лә булды. Ҡотлайбыҙ!

Уйында ҡатнашып бүләкләнеүселәрҙең барыһына ла үҙҙәре менән паспорт һәм СНИЛС документтарын килтереүҙәре һорала.
Читайте нас: