+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
18 Декабрь 2020, 15:49

Төп приз – егерме бер тиҙлекле велосипед!

Ура, башланды! Ҡәҙерле дуҫтар, 3-өнән 13 декабргә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ашығығыҙ, был акция барышында «Йәншишмә»гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була.Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 471 һум 66 тин.Индексы – П2765.





Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзитебеҙгә яҙылыусылар ара­һында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Бүләктәр шәп, төп приз – 21 тиҙлекле «Rush Hour» велосипеды! Тағы ла «Samsung» саң һурҙырғысы, «Mystery» мультивар­каһы уйнатыласаҡ. Уйында ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә 2021 йыл­ға кәмендә 6 айға яҙы­лып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәреүегеҙ етә.

Еңеүселәр декабрь аҙа­ғында билдәләнәсәк. Ва­ҡыт самалы ҡала. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ!

Уйында ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә 2021 йылға кәмендә 6 айға яҙы­лып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен ошонда ҡуйығыҙ йә редакцияның электрон почтаһына ебәрегеҙ. Адресы: [email protected]. Әйҙәгеҙ, әүҙеме­рәк булайыҡ!

Белеүегеҙсә, гәзитебеҙгә хәҙер өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.

Ә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң сайты аша гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫыла торғанынан тыш, электрон төрөнә лә яҙылырға була. Хаҡы – ни бары 330 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк. Һылтанмаһы: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/.

Матбуғат менән гаджет аша танышырға яратыусылар өсөн дә яҙылыу ысулы бар.

Смартфонығыҙға RBSMI тигән мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ.

Android өсөн:

Apple өсөн:

Смартфон йә планшет аша 140 баҫма араһынан үҙегеҙ яҙылырға теләгәндәрен һайлағыҙ.

Шул уҡ ҡушымта аша подписканы рәсмиләштереп, аҡсаһын күсерегеҙ.

Яратҡан гәзит-журналдарығыҙҙы смартфонда йә планшетта рәхәтләнеп уҡый аласаҡһығыҙ.

Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 537 һум 36 тин. Индексы – П2765.
Бер йылға – 1005 һум 74 тин. Индексы – П3371.


Читайте нас: