+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
22 Ғинуар 2021, 15:37

Төп бүләк - Ландышҡа!

Бына, ниһайәт, бөтәгеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көткән «Йәншишмә – лото» уйынын да үткәрҙек. Унда ҡатнашырға теләүселәр­ҙең хаттары байтаҡ ҡына ине.


Отош уйынына өс шәп бүләк әҙерләгәйнек. Мультиварка, саң һурҙырғыс һәм велосипед! Ә ошо бүләк эйәләрен асыҡлар өсөн ярҙамға Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһының шайморатовсыларын саҡырҙыҡ. Балалар менән бергә тәрбиәселәре Рим Муллағәли улы Ғәббәсов та килде. Ул Ҡыш бабай булып кейенеп алғайны.

Бына уйындың иң тул­ҡынландырғыс мәле етте. Өсөнсө бүләк отоусыны Ҡыш бабай үҙе билдәләйәсәк. Төп приз – 21 тиҙлекле велосипед кемгә эләгер?! Уны Туймазы районының Бишҡурай мәктәбенең V cиныф уҡыусыһы, быйыл «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе булған Ландыш Рамаҙанова отто! Вәт, шәп! Даланлы ҡыҙ икәнһең, Ландыш! Велосипедыңда рәхәтләнеп йөрөргә яҙһын!

Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып торо­ғоҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар!

Зөһрә ХӘКИМОВА,

хаттар бүлеге хәбәрсеһе.
Читайте нас: