+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
28 Ғинуар 2021, 15:55

Гәзитле лә, бүләкле лә!

27 ғинуарҙа Башҡортостан юлдаш каналының "Сәләм" тапшырыуында тура эфирҙа "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң "Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от! " акцияһы тамамланып, еңеүселәр билдәләнде.

Унда ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың тәүге ярты йылына йәки тулыһынса кәм тигәндә ике гәзит-журналға яҙылып, квитанция күсермәләрен, бәйләнеш өсөн телефон менән махсус адресҡа ебәрергә кәрәк ине. Һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс машина, "Салауат Юлаев" хоккей командаһының уйынсылары автографтары менән уйын джерсиһы, "Өфө" футбол клубы уйынсыларының ҡултамғалары менән футболка кеүек елле приздар әҙерләнгәйне. Ярышта "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң матбуғат баҫмалары ғына ҡатнашты.
Отош йомғаҡтарын ошо һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/salyam_bst?w=wall-76222094_16611;
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: