+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
24 Февраль 2021, 14:40

Яҙыл да бүләк от

Күптән түгел "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто "Сәләм" тапшырыуы менән берлектә ойошторған "Яҙыл да бүләк от" акцияһында ҡатнашып, приз отҡан бәхетлеләрҙең ҡар таҙартыу машинаһы менән электр самокаты Урал аръяғына юл тотто.

Ҡыш көнөндә иң кәрәкле эш ҡоралы – ҡар таҙартыу машинаһын Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында фельдшер булып эшләүсе Зилә Ҡотлоғужина отто. Кешеләргә һәр ваҡыт ярҙамсыл, үҙ эшен яратып башҡарған Зилә апайҙың уңышына ауылдаштары ла һөйөндө. "Район гәзите "Һаҡмар" һәм "Йәшлек"кә яҙылып, квитанция күсермәләрен Өфөгә ебәргәйнем. Үҙем онотоп та киткәнмен. Дуҫтарым шылтыратып, ҡотлай башлағас та ышанмай торҙом. Әллә унынсы кеше әйткәс кенә ҡар таҙартыу машинаһын отҡаныма ышандым. Рәхмәт инде ойоштороусыларға. Тормош көткәндә бик тә кәрәкле эш ҡоралы булды әле", – ти ҡыуанып Зилә апай.
Икенсе бүләк Әбйәлил районының Әбйәлил ауылында йәшәүсе Зөһрә апай Дәминдароваға булды. Уға электр самокаты отоп, үҙенең ғүмер байрамын билдәләгән көндә Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков ҡулынан бүләк алыуы онотолмаҫлыҡ ваҡиға булды. Самокаттың Зөһрә һәм Сәлим Дәминдаровтарға эләгеүе бигерәк тә ҡыуаныслы. Педагогик хеҙмәт ветерандары бөгөн дә спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Күптән түгел Таштимер ауылында Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә үткәрелгән саңғы ярышында ла ихлас ҡатнаштылар. Ҡышын саңғыла шыуһалар, ҡар бөтөү менән скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр. Аҙнаһына ике-өс тапҡыр бассейнда ла йөҙәләр әле. Балалары ла спорт менән дуҫ, айырыуса волейбол уйнарға әүәҫтәр, ҡыҙҙары аэробика менән дә шөғөлләнә.
- Гәзит-журналһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, – ти Зөһрә апай. Үткән ярты йыллыҡта район һәм республика гәзиттәренә яҙылып, бәхетебеҙҙе һынап ҡарарға булдым. Квитанцияларҙы Өфөгә ебәрҙем, бына бит электр самокаты ла оттоҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына әле үк гәзит-журналдарға түбән хаҡҡа яҙылып та ҡуйһағыҙ була. “Яҙыл да бүләк от” акцияһы ла дауам итәсәк. Нәшриәт йорто әҙерләгән шәп бүләктәр киләһе уйында, бәлки, нәҡ һеҙгә эләгер, кем белә?
Читайте нас: