Уларҙың ғаиләһе район һәм республика гәзит-журналдарын даими алдырып бара. Үткән ярты йыллыҡта ла мәктәптә уҡыған ҡыҙҙары – Айсулпан, улдары Айнур һәм 6 йәшлек Гөлиәгә "Аманат" журналы һәм район гәзитенә яҙылып, ноутбуклы булдылар. Ошо көндәрҙә "Республика мәғлүмәт үҙәге" директоры Айнур Дәүләтбәков уларға көтөп алған бүләген тапшырҙы. "Еңеребеҙгә ышанып квитанцияларҙы Өфөгә ебәрҙек. Быйыл Гөлиәбеҙ уҡырға бара, ноутбук өс уҡыусы булған ғаилә өсөн бик тә урынлы булды әле", – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Юлиә. Ваһаповтарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!