+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
12 Март 2021, 12:31

"Йәншишмә"нән шәп бүләк алдыҡ!

Беҙҙең ауыл ағинәйҙәре 2021 йылдың тәүге яртыһына балаларға «Йәншишмә»гә подписка бүләк иткәйне.

Отош уйынында ла ҡатнаштыҡ. Бүләктәрҙең береһе Әлфиә апай Ниғмәтуллинаға эләкте. Ул улы Илгиз менән килене Руфинаның балалары, йәғни өс ейәне өсөн яҙылғайны. Хәҙер гәзитте бергәләп уҡыйҙар.

– «Йәншишмә»гә ҙур теләк менән яҙылдым, – ти «Айсулпан» ағинәйҙәр ҡоро ағзаһы, күп йылдар урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әлфиә Илһам ҡыҙы. – Хәҙерге заман балалары телефонды гәзит-журналдарға ҡарағанда өҫтөн ҡуя, шуныһы күңелде ҡыра. «Йәншишмә»лә бик фәһемле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫылып тора. Үҙебеҙҙең балалар тураһында яҙылып сығыуы икеләтә ҡыуаныс өҫтәй. Үҙем уҡыйым да ейәнем Арсенға бирәм.

Ә «Йәншишмә»нән саң һурҙырғыс отоу Яңы йылдың ҙур бүләге булды. Бына әле уны ҡулға алып ҡыуанып ултырабыҙ. «Йәншишмә» редакцияһында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәр­ҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Илһам һеҙҙе ташламаһын, уҡыусыларығыҙҙың, яҙылыу­сыларығыҙҙың күп булыуын теләйбеҙ. Ҙур рәхмәт!

«Йәншишмә»гә яҙылығыҙ, балалар ғына түгел, ололар өсөн дә бик шәп гәзит ул!

Cулпан ЮЛДАШЕВА.

Бөрйән районы, Брәтәк ауылы.

Читайте нас: