+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
2 Апрель 2021, 11:35

Ә был велосипед кемдеке булыр?

Ҡәҙерле дуҫтар, 1 апрелдән гәзит-журналдарға 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу башланды.

Әйҙәгеҙ, дуҫлығыбыҙ дауам итһен, «Йәншишмә»гә подписканы оҙайтып ҡуяйыҡ. Әйткәндәй, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын да башлайбыҙ. Төп приз – 18 тиҙлекле велосипед! Башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ.

Уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә 6 айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Еңеүселәр июнь аҙағында билдәле буласаҡ.

Белеүегеҙсә, «Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 адресы буйынса инергә кәрәк.

Дуҫтар, тағы бер шәп яңылыҡ еткерҙеләр бит әле. 5-енән 15 апрелгә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Тимәк, был акция ваҡытында «Йәншишмә»гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып буласаҡ. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ!

Гәзиткә ун көнлөк ваҡытында ярты йылға

яҙылыу хаҡы – 469 һум 80 тин. Индексы – П2765.
Читайте нас: