+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
5 Апрель 2021, 15:29

Был сәпит кемдеке булыр?

Һөйөнсө, дуҫтар! 1 апрелдән гәзит-журналдарға 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу башланғайны, әле бына бөгөн 5-енән 15 апрелгә тиклем яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде.

Ә был акция ваҡытында «Йәншишмә»гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып буласаҡ. Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ! Сағыштырыу өсөн: гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡы 535 һум 2 тин булһа, ә ун көнлөк ваҡытында – 469 һум 80 тин.
Әйткәндәй, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын да башлайбыҙ. Төп приз – 18 тиҙлекле велосипед! Башҡа ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ. Хәтерегеҙҙәлер, тәүге ярты йыллыҡта Туймазы районы Бишҡурай ауылынан Ландыш Рамазанова отҡайны төп бүләк велосипедты.
Уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә 6 айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр июнь аҙағында билдәле буласаҡ.
Хәҙер еңел: «Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 адресы буйынса инергә кәрәк. Шулай уҡ https://rbsmi.ru/ca­talog/podpiska/1055/ һылтанмаһы аша ла яҙылып була.

Гәзиткә ун көнлөк ваҡытында

ярты йылға яҙылыу хаҡы – 469 һум 80 тин. Индексы – П2765.

Читайте нас: