+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
30 Апрель 2021, 10:42

"Йәншишмә" бүләге - велигымда елдерәм

Быйыл ҡар иреп бөткәнен ҙур түҙемһeҙлек менән көтөп алдым. Ни өсөн, тиһегеҙме? Тиҙерәк үҙемдең бүләк-велосипедымда йөрөгөм килде.



– Яратҡан гәзитем «Йәншишмә»гә яҙылдым да квитанциямды редакцияға ебәрҙем. Уйын мәлендә Ҡыш бабай миңә бүләк тартып сығарҙы бит! Бәхетем бар икән, ныҡ ҡыуандырҙылар! Сәпәкәйләп һикерәм, өй осоп барғандай...

Бына шулай, дуҫтарым, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! Гәзиткә яҙылығыҙ ҙа квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Бәлки, был юлы бәхет һеҙгә йылмайыр.

Хәҙер велосипедым да, яҡын дуҫым «Йәншишмә»м дә бар. Һәр һораған кешегә шулай аңлатам. Эй, аптырайҙар.

Мин яратҡан гәзитемә икенсе ярты йыллыҡҡа тағы яҙылдым. Ә һеҙ? Яҙылыу­сыларҙы шәп бүләк – 18 тиҙлекле велосипед көтә!

Л

андыш РАМАҘАНОВА,

йәш хәбәрсе.

Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Читайте нас: