+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
10 Июль 2021, 16:50

Велосипед Баймаҡҡа юллана!

Бына, ниһайәт, бөтәгеҙ ҙә түҙем­һеҙлек менән көткән «Яҙыл да бүләк от!» уйынын да үткәрҙек. Унда ҡатнашырға теләүселәрҙең хаттары байтаҡ ҡына булды. 300-гә яҡын гәзиткә яҙылыу квитанцияһы күсермәһен алдыҡ уҡыусыларыбыҙҙан, ә шулай ҙа иң күбе Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил, Салауат, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Учалы яҡтарынан һәм Өфө ҡалаһынан ине. Уларҙың барыһын да серле тоғыбыҙға тултырҙыҡ. Белеүегеҙсә, отош уйынына өс шәп бүләк әҙерләгәйнек. Марусялы Pres­tigio SmartVoice аҡыллы колонкаһы, TWS Realme Buds Q ҡолаҡсыны һәм 18 тиҙлекле велосипед! Ә ошо бүләк эйәләрен асыҡлау Салауат районының Ҡарағол ауылынан 5 йәшлек Наҙгөл Ғөбәйҙуллина менән әсәһе Ләйсән ханымдың өлөшөнә төштө.  

Велосипед Баймаҡҡа юллана!
Велосипед Баймаҡҡа юллана!

Беҙҙең редакцияға улар ҡунаҡҡа килеп еткәйне. Ныҡ һәйбәт булды, ҡулай мәл килеп сыҡҡанға ҡыуанып, уйынды ойоштороп та ебәр­ҙек. Бына Наҙгөл беренсе квитанция күсермәһен тартып та сығарҙы. Тәүге приз – ҡолаҡсын VI синыф уҡыу­сыһы Азалиә АҪЫЛБӘКОВАға! Ул – Межгорье ҡалаһының 3-сө мәктәбенән. Әйткәндәй, уға уҡытыусы­һы Эльза Шамил ҡыҙы Мөхәмәҙиева гәзит-бүләк яҙҙыртҡайны. Вәт, мөғжизә! Икеләтә бүләкле булды бит Азалиә! Ә Марусялы аҡыллы колонка Әб­йәлил районының Күсем ауылынан Буранбай МОРАТШИН­ға эләкте.
Бөтәбеҙ ҙә тулҡынланып көтәбеҙ. Төп бүләк – 18 тиҙлекле велосипед кемгә эләгер? Уны Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылынан Заһит Ҡашҡаров отто! Атаһы VI синыфҡа барасаҡ улы Вәхиткә «Йәншишмә»не яҙҙыртҡан икән. Ҡалай шәп бүләк булды! Хәҙер Вәхит йәй буйына велосипедыңда рәхәтләнеп йөрөй инде, ҡотлайбыҙ!
Бүләкте редакцияға килеп алғанда үҙегеҙ менән паспорт йә тыуыу тура­һында таныҡлыҡ, ИНН, СНИЛС күсер­мәләрен килтерергә онотмағыҙ, йәме!
Бына шулай, дуҫтар, «Йәншишмә» үткәргән төрлө уйын, бәйгеләрҙә һеҙ ҙә ҡатнашып тороғоҙ. Гәзитле генә түгел, бүләкле лә булырһығыҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: