+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
17 Сентябрь 2021, 12:55

Гәзитле лә, бүләкле лә!

Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Динис Лапин Белем көнөндә бүләкле булды.

Динис уҡытыусыһы Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙынан бүләк алған саҡта.
Динис уҡытыусыһы Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙынан бүләк алған саҡта.

Былтырғы уҡыу йылы аҙағында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рузалиә Айҙарова: «Кем беренселәрҙән булып «Йәншишмә» гәзитенә яҙыла, шул кеше 1 сентябрь көнө бүләк аласаҡ», – тип әйткәйне. Гәзиткә иң беренсе булып Динис яҙылды. Әйткәндәй, Рузалиә Айҙарова гел шулай балаларҙы ҡыҙыҡһындырып ҡына тора, дәртләндерә лә белә.
Динис ҡатнаш ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Евгений Сергей улы – урыҫ милләтенән, әсәһе Динә Рәзиф ҡы­ҙы – башҡорт. Динистың апаһы Әҙилина – VII синыф уҡыусыһы. Балалар ике телде лә берҙәй белә, хөрмәт итә. Йыл һайын яратҡан гәзиттәре «Йәншишмә»гә яҙылалар. Бына хәҙер уҡытыусы бүләк иткән глобус Динисҡа география фәнен үҙләштерергә ярҙам итәсәк. Ҡалай һәйбәт!

Айгөл МӘҠСҮТОВА,
V синыф уҡыусыларының синыф етәксеһе.

Гәзитле лә, бүләкле лә!
Гәзитле лә, бүләкле лә!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: