+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
24 Ноябрь 2021, 13:33

Төп приз – велосипед!

«Йәншишмә»гә 2022 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны дауам итә. Әгәр ҙә гәзитле лә, бүләкле лә булғығыҙ килһә, йәһәт кенә почтальон янына йүгерегеҙ.

Әлбиттә, «Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһына инегеҙ. Баҫмабыҙҙың электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 342 һум ғына, ә бер йылға – 583 һум. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылып була. Был осраҡта https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 адресы буйынса инергә кәрәк.

Матбуғат баҫмалары менән смартфон йә планшет аша танышырға яратыу­сылар өсөн яҙылыуҙың тағы бер юлы бар: гаджетығыҙға RBSMI тигән мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ.

Android өсөн: https://play.google.com/store/apps/details?id=ru.rbsmiApple өсөн: https://apps.apple.com/ru/app/rbsmi/id1510705578

Ҡуйылған ҡушымта ярҙамында «Йәншишмә» гәзитен һайлағыҙ.Шул уҡ ҡушымта аша подписканы рәсмиләштереп, аҡсаһын күсерегеҙ. Аҙаҡ инде яратҡан гәзитегеҙҙе смартфонда йә планшетта рәхәтләнеп уҡый аласаҡһығыҙ.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 90 һум 79 тин, ярты йылға – 544 һум 74 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға яҙылыу хаҡы – 1 014 һум 73 тин. Индексы – П3371.

Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн "Йәншишмә"гә ярты йылға йәки бер йылға яҙылыу мотлаҡ. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә, редакцияның [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йә  ошонда комментарий рәүешендә теркәргә кәрәк.

Ә бүләктәр шәп! Алисалы Яндекс аҡыллы колонкаһы, BQ Watch 1.1 смарт-сәғәте уйнатыласаҡ. Төп приз – велосипед!

Төп  приз – велосипед!
Төп приз – велосипед!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: