+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
2 Декабрь 2021, 14:20

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

ҺӨЙӨНСӨ! 6-һынан 16 декабргә тиклем 2022 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде.

 Был акция ваҡытында «Йәншишмә»гә күпкә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була, дуҫтар! 

Ун көнлөк барышында «Йәншишмә»гә 1 айға яҙылыу хаҡы – 79 һум 79 тин,

ярты йылға – 478 һум 74 тин.

Индексыбыҙ – П2765.

«Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһына инегеҙ. Баҫмабыҙҙың электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 307 һум 80 тин генә, ә бер йылға – 524 һум 70 тин. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылып була. Был осраҡта https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 адресы буйынса инергә кәрәк.

Матбуғат баҫмалары менән смартфон йә планшет аша танышырға яратыу­сылар өсөн яҙылыуҙың тағы бер юлы бар: гаджетығыҙға RBSMI тигән мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ.

Android өсөн: https://play.google.com/store/apps/details?id=ru.rbsmi

Apple өсөн: https://apps.apple.com/ru/app/rbsmi/id1510705578

Ҡуйылған ҡушымта ярҙамында «Йәншишмә» гәзитен һайлағыҙ. Шул уҡ ҡушымта аша подписканы рәсмиләштереп, аҡсаһын күсерегеҙ. Аҙаҡ инде яратҡан гәзитегеҙҙе смартфонда йә планшетта рәхәтләнеп уҡый аласаҡһығыҙ.

Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн "Йәншишмә"гә ярты йылға йәки бер йылға яҙылыу мотлаҡ. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә, редакцияның [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йә  ошонда комментарий рәүешендә теркәргә кәрәк.

Ә бүләктәр шәп! Алисалы Яндекс аҡыллы колонкаһы, BQ Watch 1.1 смарт-сәғәте уйнатыласаҡ. Төп приз – велосипед!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: