+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
5 Апрель 2022, 17:25

«Яҙыл да бүләк от!»

«Йәншишмә»гә 2022 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу­сылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны дауам итә.

Унда ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә ярты йылға  яҙылыу мотлаҡ. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен [email protected] электрон почтаһына, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә ебәрергә йә ошонда комментарий рәүешендә теркәргә кәрәк. Ә бүләктәр шәп! Төп приз — 18 тиҙлекле велосипед! Шулай уҡ Марусялы Prestigio SmartVoice аҡыллы колонкаһы һәм Lenovo S2 смарт-сәғәте уйнатыласаҡ. Бүләктәр һеҙҙе көтә!

«Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһына инегеҙ. Баҫмабыҙҙың электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға — ни бары 342 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫылғанына яҙылыуҙы ла һайларға мөмкин.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы — 93 һум 91 тин, ярты йылға — 563 һум 46 тин. Индексы — П2765.

Матбуғат баҫмалары менән смартфон йә планшет аша танышырға яратыусылар өсөн яҙылыуҙың тағы бер юлы бар: гаджетығыҙға RBSMI тигән мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ.
Ҡуйылған ҡушымта ярҙамында «Йәншишмә» гәзитен һайлағыҙ.
Подписканы рәсмиләштереп, аҡсаһын күсерегеҙ. Аҙаҡ инде яратҡан гәзитегеҙҙе смартфонда йә планшетта рәхәтләнеп уҡый аласаҡһығыҙ.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: