+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
23 Сентябрь 2022, 10:10

"Яҙыл да бүләк от!"

Ҡәҙерле дуҫтар! 2023 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Әйҙәгеҙ, был уҡыу йылын да «Йәншишмә» менән бергә үткәрәйек!

Шуныһы шәп: беҙҙең гәзиткә бер йылға ла яҙылырға була. Улай отош­лораҡ! Арзаныраҡ та килеп сыға! Бер яҙылаһың да оҙайтып мәшәҡәтләнмәйһең.

«Йәншишмә»гә яҙылыу өсөн хәҙер почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернет ҡына булһын. https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ адресы буйынса инеп, подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.

Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 378 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзитебеҙ­ҙең ҡағыҙҙа баҫылғанына яҙылыу­ҙы ла һайларға була.

«Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә мотлаҡ алты айға йәки бер йылға яҙылыу кәрәк. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә[email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ йә йә ошонда комментарий рәүешендә теркәгеҙ.
Ә бүләктәр шәп! Welbe Prime Red фитнес сәғәте, Марусялы Xiaomi Mi Smart Speaker аҡыллы колонкаһы, ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед!

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 102 һум 20 тин,

ярты йылға –  613 һум 20 тин.

Индексы – П2765.

Бер йылға – 1 мең 123 һум 98 тин.

Индексы – П3371.

Ә кемдәр 2022 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 октябргә тиклем өлгөрһә­геҙ, «Йәншишмә» өйөгөҙгә ноябр­ҙән килә башлар.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: