Шулай булмай әллә! "Яҙыл да бүләк от" уйынында ҡатнаша аласаҡтар бит! Кем белә, бәлки, бүләк тә отоп ҡуйырҙар. Ә бүләктәр, һәр ваҡыттағыса, ныҡ шәп!
Апалы-һеңлеле ҡыҙҙар Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында белем ала. Аделина - II, Эвелина V синыфта уҡый. Икеһе лә яҡшы өлгәшә, төрлө бәйге, ижади сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Рухлы, илһөйәр, телһөйәр булып үҫеп килгән ҡыҙҙар быға тиклем "Аҡбуҙат" журналын алдырған, хәҙер иһә өйҙәренә "Йәншишмә" лә килә башлаясаҡ. Шуға шатланып бөтә алмайҙар. Гәзитебеҙҙең дуҫтары артыуы беҙҙең өсөн дә оло ҡыуаныс. Һеҙ ҙә "Йәншишмә"гә яҙылмайынса ҡалмағыҙ, дуҫтар! "Йәншишмә"һеҙ - донъя йәмһеҙ ул!