+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
20 Ғинуар 2023, 15:40

Төп приз Бөрйәнгә юллана!

Беҙҙә байрам бөгөн! Ниһайәт, «Йәншишмә»гә 2022 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында түҙемһеҙлек менән көткән «Яҙыл да бүләк от!» уйынын үткәрҙек.

Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн беҙ тоғро дуҫыбыҙ, Өфө ҡалаһының 79-сы почта бүлексәһең хеҙмәткәре Гөлнара Сәләх ҡыҙы Ҡантимерованы саҡырҙыҡ.

Бына тулҡынландырғыс мәл етте. Кемдәр отор бүләктәрҙе? Бөтәһе лә ғәҙел булды.

Шулай итеп, тәүге бүләк – BQ Watch 1.1 cмарт-сәғәтенең хужаһы Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылынан Ғайса Ғәйфуллин булһа, икенсеһе – Марусялы Яндекс аҡыллы колонкаһы – Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе уҡыусыһы Самира Әсфәндиәроваға эләкте.

Ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед кемгә эләгер? Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Гөлнара Сәләх ҡыҙының ҡулы Бөрйән районы Тимер мәктәбенең VI cиныф уҡыусыһы Әҙилә Арыҫланғужинаны бәхетле итте!

Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: