-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
12 Март 2023, 15:40

Даланлы ҡыҙ Самира

«Йәншишмә» гәзите ойошторған «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең II синыфында белем алған Самира Әсфәндийәрова Марусялы аҡыллы колонка отҡайны. Яңыраҡ бәхетле ҡыҙға бүләген тапшырып ҡайттыҡ. 8 Март байрамы алдынан икеләтә ҡыуаныслы булды был!

Даланлы ҡыҙ Самира
Даланлы ҡыҙ Самира

– Бүләк отоуымды белгәс, ныҡ шатландым. Аҡыллы колонка хаҡында күптән хыяллана инем. «Йәншишмә»гә ҙур рәхмәт! Гәзиттең өйгә килеүе – үҙе байрам, ә бүләкле лә булыу тағы ла шәберәк! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты ҡыҙ.
Самира – мәктәптә иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе. «Бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшә. Айырыуса баш­ҡорт теле, математика, инглиз теле дәрестәрен көтөп ала. Әкиәттәр һөйләргә, йомаҡтар ҡойорға ярата. Әле бәләкәй булһа ла, уңыштары ла күп. Быйыл Гагарин кубогына ойошторолған олимпиадала үҙен һынап ҡараған, Әсәй­ҙәр көнөнә видеоролик төшөрөп, районда призлы урын яулаған. Йыр-бейеүгә лә маһир үҙе, ҡағыҙҙан төрлө оригамиҙар эшләү – иң яратҡан шөғөлө.
– Аллаға шөкөр, даланлы бала ул Самирабыҙ. Үҙенә бәхет йылмайып ҡына тора. Әле лә бит шәп бүләкте эләктерҙе. Гәзиткә яҙылып ҡына аҡыллы колонка хужаһы бул әле! Һөйөнөсөбөҙ сикһеҙ! «Йәншишмә»гә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ, һәр һанын көтөп алабыҙ. Ҡыҙым яратып уҡый.Үҙенең һүрәттәрен, мәҡәләләрен дә ебәреп ҡарарға теләге бар, – тип ихлас ҡыуанды әсәһе Миләүшә Әхмәт ҡыҙы ла.
Әйткәндәй, Самираның бер туған апаһы Диана ла – «Йәншишмә»беҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе. Әсәһе лә яҙышып тора. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит, Самира ла, бәлки, киләсәктә гәзитебеҙҙең иң яҡын дуҫына әйләнер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. «Йәншишмә» ҡанатлы итә, дәртләндерә, илһамландыра ул!
Дуҫтар, һеҙ ҙә гәзиттән айырылмағыҙ! Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, шәп бүләктәр отоғоҙ!

Юлиә КИРӘЕВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: