+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
1 Апрель 2023, 15:10

Гәзитле лә, сәпитле лә!

Был осрашыуҙы күптән көтә инек. Ниһайәт, юл төштө, Әҙилә Арыҫланғужинаға бүләген тапшырып ҡайттыҡ.

Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!

Гәзитебеҙгә 2023 йылдың тәүге яртыһына яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны үткәргәйнек. Унда ҡатнашыусылар күп булды. Ә төп бүләкте – 18 тиҙлекле велосипедты Бөрйән районының Тимер мәктәбенән VI синыф уҡыу­сыһы Әҙилә Арыҫланғужина отҡайны. Бүләкте тапшырғас, ҡыҙҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ!
– Ғаиләләрендә өсөнсө бала ул, Әҙилә – иң бәләкәсе. Тырыш, уңған, уҡыуы һәйбәт, гел «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшә. Әүҙемлеге лә һоҡландыра. Һынлы сәнғәт, ҡул эштәре буйынса район бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулап тора, – тип маҡтаны үҙен синыф етәксеһе Раушания Ниязбай ҡыҙы Мырҙағолова.
Әҙиләнең ата-әсәһе мәктәптә эшләй икән. Улар менән дә таныштыҡ. Рөстәм Азат улы – географиянан һәм физкультуранан, ә Рәсимә Ҡадир ҡыҙы технологиянан һәм физкультуранан уҡыта.
– «Йәншишмә» ғаиләбеҙ гәзитенә әйләнде. Уның өйөбөҙгә килгәнен көтөп кенә торабыҙ. Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр күп, яратып уҡыйбыҙ. Кроссвордтарҙы бергәләп сисәбеҙ, – ти Арыҫланғужиндар.
Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Гәзитебеҙҙе мәктәп йәшендәге балалары булған һәр ғаилә алдырһын, уны улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ уҡып үҫһен ине.
Был көндө алтынсыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Улар бит синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылғайны. Бының өсөн ата-әсәләренә, синыф етәксеһе Раушания Ниязбай ҡыҙы Мырҙағоловаға ла рәхмәтебеҙҙе еткер­ҙек.
Тимерҙә дуҫтарыбыҙ артыуына сикһеҙ шатбыҙ. Башҡа мәктәптәрҙә лә гәзитебеҙҙе алдырыусылар күп булһын ине.

М. СӘЙЕТОВ.

Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!
Гәзитле лә, сәпитле лә!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: