+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
7 Апрель 2023, 11:05

Велосипед һеҙҙе көтә

Ҡәҙерле дуҫтар, 1 апрелдән гәзит-журналдарға 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу башланды. Әйҙәгеҙ, дуҫлығыбыҙ дауам итһен, «Йәншишмә»гә дәррәү генә яҙылып ҡуяйыҡ.

Әйткәндәй, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын да иғлан итәбеҙ. Ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед! Бүтән ҡиммәтле бүләктәр ҙә уйнатыласаҡ.
Был уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә алты айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәреү ҙә етә.
Еңеүселәр июль башында билдәле буласаҡ.
«Йәншишмә»гә яҙылыу өсөн хәҙер почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернетың ғына булһын. Ошо һылтанма буйынса инеп, подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.
Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 378 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫылғанына яҙылыуҙы ла һайларға була.


«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 102 һум 20 тин,
ярты йылға – 613 һум 20 тин. Индексы – П2765.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: