+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
10 Апрель 2023, 14:35

"Яҙыл да бүләк от!"

Ҡәҙерле дуҫтар, 1 апрелдән гәзит-журналдарға 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу башланды. Әйҙәгеҙ, дуҫлығыбыҙ дауам итһен, «Йәншишмә»гә дәррәү генә яҙылып ҡуяйыҡ.

«Йәншишмә»гә яҙылыу өсөн почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернетың ғына булһын. https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ адресы буйынса инеп, подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.

Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 378 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында https://rbsmi.ru/ сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫылғанына яҙылыуҙы ла һайларға була.

Квитанцияғыҙҙың күсермәһен [email protected] электрон почта адресына ебәреп йә ошонда комментарий рәүешендә теркәп, «Яҙыл да бүләк ит!» уйынында ҡатнашырға ла онотмағыҙ! Иң бәхетлеләрҙе JETACCESS PBS-11 портатив колонкаһы, JET Sport FT-4PRO фитнес-беләҙеге, Алисалы Яндекс аҡыллы колонкаһы көтә. Ә төп приз — 18 тиҙлекле Life 24» велосипеды!

“Йәншишмә”гә бер айға яҙылыу хаҡы – 102 һум 20 тин, ярты йылға – 613 һум 20 тин.

Индексы – П2765.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: