+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
16 Июнь 2023, 09:55

"Яҙыл да бүләк от!"

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр! «Йәншишмә»гә 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу тамамланырға күп ҡалмай. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ. Балаларыбыҙ гәзитебеҙҙе уҡып үҫһен ине. Һеҙҙән ашығыс ярҙам кәрәк.

Әйткәндәй, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Бүләктәр шәп! JETACCESS PBS-11 портатив колонкаһы, JET Sport FT-4PRO фитнес-беләҙеге, Алисалы Яндекс аҡыллы колонкаһы, ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед!
Был уйында ҡатнашыу өсөн гәзитебеҙгә алты айға яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ебәреү ҙә етә.
Еңеүселәр июль башында билдәле буласаҡ.
«Йәншишмә»гә яҙылыу өсөн почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернетың ғына бул­һын. Смартфон йә планшет ярҙамында ошонда инеп, подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.
Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 378 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫыл­ғанына яҙылыуҙы ла һайларға була.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы –
102 һум 20 тин, 3 айға – 306 һум 60 тин,
ярты йылға – 613 һум 20 тин. Индексы – П2765.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: