Бик матур һәм иҫтәлекле осрашыу булды. Әйткәндәй, Лиананың әсәһе Розалиә Әхмәт ҡыҙы гәзитте таратыуҙа ныҡ әүҙем эшләй. Йыл да “Йәншишмә”-бүләк – изгелек кәштәһе”ндә 3-әр балаға гәзит-бүләк ойоштора. Синыфтарында ла гәзиткә дәррәү яҙылалар. Быйыл хатта “Йәншишмә”нең лауреаты ла булғайны. Бына тағы бәхет йылмайҙы. Төп бүләк – уларҙыҡы! Ҡотлайбыҙ! Дуҫтар, мөғжизә бар бит ул. Быға тик ышанырға һәм гәзит менән дуҫ булырға кәрәк!
Әле гәзиткә яҙылдыңмы, дуҫым? Бәлки, икенсе уйында һин оторһоң...
Видео: Лилиә Солтанова.