+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
25 Сентябрь 2023, 11:45

Яңы уҡыу йылын – «Йәншишмә» менән!

Ҡәҙерле дуҫтар! 1 сентябрҙән 2024 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу бара.

Яңы уҡыу йылын – «Йәншишмә» менән!
Яңы уҡыу йылын – «Йәншишмә» менән!

Әйҙәгеҙ, быйылғы уҡыу йылын да «Йәншишмә» менән бергә үткәрәйек! Шуныһы шәп: беҙҙең гәзиткә бер йылға ла яҙылырға була. Улай отош­лораҡ! Арзаныраҡ килеп сыға! Бер яҙылаһың да йыл буйына мәшәҡәтләнмәй­һең.
«Йәншишмә»гә хәҙер өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға мөмкин. Бының өсөн смартфонығыҙ йә планшетығыҙ ярҙамында ошо QR-кодты сканерлағыҙ.
Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: ярты йылға – ни бары 378 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк. Шунда уҡ гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫылғанына яҙылыуҙы ла һайларға мөмкин.
Шуныһын да алдан иҫкәртәбеҙ: «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә мотлаҡ алты айға йәки бер йылға яҙылыу кәрәк. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның [email protected] электрон почтаһына ебәреү етә.
Ә кемдәр 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 октябргә тиклем өлгөрһәгеҙ, «Йәншишмә» өйөгөҙгә ноябрҙән килә башлар.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 110 һум 64 тин, ярты йылға – 663 һум 84 тин.
Индексы – П2765.
Бер йылға – 1 мең 220 һум 8 тин. Индексы – П3371.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: