+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
10 Ноябрь 2023, 14:03

Төп приз – велосипед!

Хөрмәтле атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр! Гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу тамамланырға ла һанаулы ғына көндәр ҡала. Әйтергә кәрәк, подписка бик һүлпән бара. Шуға ла һеҙҙән ярҙам кәрәк. Улдарығыҙға һәм ҡыҙҙарығыҙға «Йәншишмә»не яҙҙыр­һағыҙ ине.

Төп приз – велосипед!
Төп приз – велосипед!

«Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Бүләктәр шәп! Аҡыллы колонка, смарт-сәғәт, сымһыҙ ҡолаҡсындар... Төп приз – велосипед!

Был отош уйынында ҡатнашыу өсөн гәзиткә алты айға йәки бер йылға яҙылып, квитанцияғыҙ­ҙың күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ([email protected]) ебәреү етә.
«Йәншишмә»гә өйҙән дә сыҡмай яҙылырға мөмкин, интернетың ғына булһын. Ошо адрес буйынса инеп, подписканы рәсмиләштерергә генә ҡала.
Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ. Ярты йылға – ни бары 378 һум. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 110 һум 64 тин, ярты йылға – 663 һум 84 тин. Индексы – П2765.
Бер йылға – 1 мең 220 һум 8 тин. Индексы – П3371.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: