+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
4 Декабрь 2023, 09:49

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар! 4-енән 14 декабргә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде.

Әйҙәгеҙ, мөмкинлектән файҙаланып, «Йәншишмә»гә күпкә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ.

Ун көнлөк барышында гәзитебеҙгә 1 айға яҙылыу хаҡы – 97 һум 4 тин, 6 айға – 582 һум 24 тин.

Индексыбыҙ – П2765.

«Яҙыл да бүләк от!» уйыны ла дауам итә. Ә бүләктәр шәп! Аҡыллы колонка, смарт-сәғәт, сымһыҙ ҡолаҡсындар... Төп приз – велосипед!
Отош уйынында ҡатнашыу өсөн гәзиткә алты айға йәки бер йылға яҙылып, квитанцияның күсермәһен «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөнә йә редакцияның электрон почтаһына ([email protected]) ебәреү етә.
«Йәншишмә»гә өйҙән дә сыҡмай яҙылырға мөмкин. Ошо адрес буйынса инеп, подписканы рәсмиләштерергә кәрәк.
Гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ. Ярты йылға – ни бары 414 һум. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: