Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн беҙ Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан бер туған Йосоповтарҙы – III “Б” синыфынан Фаягөлдө һәм I “В”-нан Шайморатты саҡырҙыҡ. Бүләк отоусыларҙы йәрәбә тартыу юлы менән асыҡланыҡ.
Шулай итеп, тәүге бүләк – сымһыҙ ҡолаҡсындар Бөрйән районы Әтек ауылынан Булат Сәлиховҡа булһа, икенсеһе – смарт-сәғәттең хужаһы – Хәйбулла районы Оло Әбештән Диана Аҡбалина, өсөнсөһө – аҡыллы колонка Өфөнән Лилиә Тимерйәноваға эләкте.
Ә төп приз – велосипед кемдеке булыр? Ныҡ тулҡынланабыҙ. Шайморат кемде бәхетле итер? О, еңеүсе – Әбйәлил яғынан! Шәп! Ҡаҙмаш ауылынан Сынбулат Тәхәүевкә уңыш йылмайҙы.
Ҡотлайбыҙ! Шулай “Йәншишмә” ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Бергә булайыҡ, гәзитте алдырайыҡ, дуҫтар!