-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
2 Февраль , 11:00

Велосипед Әбйәлилгә китә

Ниһайәт, «Йәншишмә»гә 2024 йылдың беренсе яртыһына яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын үткәрҙек.

Велосипед Әбйәлилгә китә
Велосипед Әбйәлилгә китә

Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн беҙ Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се баш­ҡорт гимназияһынан апалы-ҡустылы Йосоповтарҙы (һүрәттә) саҡырҙыҡ. Фаягөл III «Б» синыфында белем алһа, Шайморат I «В» синыфында уҡый. Улар бүләк отоусыларҙы йәрәбә тартыу юлы менән асыҡланы.

Шулай итеп, тәүге бүләк – сымһыҙ ҡолаҡсындар Бөрйән районы Әтек ауылынан Булат Сәлиховҡа булһа, икенсеһе – смарт-сәғәт – Хәйбулла районы Әбеш ауылынан Диана Аҡбалинаға, өсөнсөһө – аҡыллы колонка Өфөнән Лилиә Тимерйәноваға эләкте.

Ә төп приз – велосипед кемдеке булыр? Ныҡ тулҡынланабыҙ. Шайморат кемде бәхетле итер? О, еңеүсе – Әбйәлил яғынан! Шәп! Унда дуҫтарыбыҙ күп шул. Ҡаҙмаш ауылынан Сынбулат Тәхәүевкә уңыш йылмайҙы. Был ғаилә бар яҡтан да өлгөлө. Улар хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып та сыҡҡайныҡ инде. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар, бик күп милли баҫмаларға яҙылалар. V cиныфта уҡыған Сынбулат бүләк отоуын бел­гәс:

– «Йәншишмә»нең сәпите лә миңә эләккәнме ни? – тип ышанмайыраҡ торған.

– Яратҡан гәзитебеҙгә йыл да яҙылабыҙ. Һәр уйынға квитанция күсермәләрен ебәрәбеҙ. Йәйгеһен генә «Аманат» журналы үткәргән уйында ҡатнашып, велосипед отҡайныҡ. Бына әле «Йәншишмә»нең төп бүләге лә беҙҙеке булды!

Дуҫтар, гәзиткә яҙылығыҙ, уҡығыҙ һәм уйында ҡатнашығыҙ! – ти Сынбулаттың әсәһе Сулпан ханым.

Ҡотлайбыҙ! Шулай «Йәншишмә» ойоштор­ған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Бергә булайыҡ, гәзитте алдырайыҡ, дуҫтар!

Уйындың нисек үткәнен сайтыбыҙҙағы «Яҙыл да бүләк от!» рубрикаһындағы видеонан ҡарай алаһығыҙ.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА,

хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Велосипед Әбйәлилгә китә
Велосипед Әбйәлилгә китә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: