-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөнсө, Самира! Сәпит һинеке!

Ниһайәт, «Йәншишмә»гә 2024 йылдың икенсҽ яртыһына яҙылыусылар араһында "Яҙыл да бүләк от!" уйынын үткәрҙек. Беҙгә гәзит уҡыусыларыбыҙҙан күп кенә квитанция күсермәләре килде. Бигерәк тә Баймаҡ, Салауат, Ғафури, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондары әүҙемлек күрһәтте.

Һөйөнсө, Самира! Сәпит һинеке!
Һөйөнсө, Самира! Сәпит һинеке!

Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн Өфөләге 149-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Аяз ХӘСӘНОВты саҡырҙыҡ. Үҙе мәктәптә уҡымаһа ла, “Йәншишмә” менән дә дуҫ икән. Әсәһе уға гәзит яҙҙыртҡан. Үҙенең дә квитанция күсермәһе уйында ҡатнашты.

Был уйында, башҡа йылдағы менән сағыштырғанда, бүләктәр күберәк, улар бишәү ине. Ә төп приз – велосипед!

Аяз уйынды башлап ебәрҙе. Бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Бүләктәрҙе кем отор?

Шулай итеп, тәүге еңеүсене асыҡлайбыҙ. Беренсе повербанк Ғафури районы Красноусолдағы башҡорт интернат-гимназияһы директоры Гөлсөм Монасиповаға булһа, икенсеһе Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Гөлйөҙөм Сайпановаға эләкте. Әйткәндәй, был ғаилә башлығы беҙҙең тыныслыҡты һаҡлап, махсус операцияла ҡатнаша. Артабан смарт сәғәтенең хужаһы ла билдәләнде. Уны Салауат районы Малаяҙҙағы башҡорт гимназияһы директоры Владислав Килдийәров отто. Дүртенсе бүләгебеҙ  – сымһыҙ ҡолаҡсын Салауат районы Янғантау мәктәбе директоры Фирғәт Ғимрановҡа ине, ә бишенсеһе – Зәңгәр Нептун аҡыллы колонкаһы – Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең VI cиныф уҡыусыһы Эльвина Бикмаеваға.

Тағы ла шуны аңлатып китәйек: быйылғы йәйге гәзиткә яҙылыу мәлендә күп мәктәптәр үҙҙәренсә эште ойошторҙо. Әле бүләк отҡан мәктәп директорҙары еңеүсе уҡыусыларын үҙҙәре билдәләйәсәк.

Ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед кемгә эләгер? Әйткәндәй, был шәп бүләкте беҙгә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Тимерғәле Рәлис улы  УРАҘҒОЛОВ алып бирҙе. Уға ҙур рәхмәтлебеҙ.

Был юлы бәхет Баймаҡтағы 5-се мәктәптең II “Б” синыфы уҡыусыһы Самира ҒӘЛИНАға йылмайҙы! Аяздың ҡулы еңел булды, шөкөр. Бөгөн ул Самираны һөйөндөрҙө. Бәләкәй ҡыҙ өсөн беҙ ҙә шатбыҙ. Әле Самираның ҡыйын  сағы. Атаһы яуҙа хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә икән. Уның әсәһенә һәм туғандарына сабырлыҡ һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ.

Бергә булайыҡ, дуҫтар!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Һөйөнсө, Самира! Сәпит һинеке!
Һөйөнсө, Самира! Сәпит һинеке!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: