Сәпитте Самираға мәктәп директоры Илшат Нәғимйән улы Сирусин (һүрәттә) Белем көнөндә тапшырҙы. Ҡыҙҙың нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ!
Самира – бик тырыш уҡыусы. Спортты ныҡ ярата. Әсәһе, һеңлеһе менән төрлө бәйге, сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Атаһын һүрәткә төшөрөп, Рәсәй кимәлендәге конкурста призлы урын яулаған. Үҙенә бүләк биргәндәр. Әле Самираның атаһы махсус хәрби операцияла беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшә.
Ҡыҙға бүләк тапшырғанда бөтәһенең дә күҙе ҡыҙғандыр әле. Бына шулай гәзитле лә, «тимер ат»лы ла булыу мөмкинлеге һәр кемдә лә бар ул. Тик бының өсөн «Йәншишмә» гәзитенә 2025 йылдың беренсе яртыһына яҙылып, «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашырға кәрәк.
Әйҙәгеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, башланыҡмы гәзиткә яҙылыуҙы? Беҙҙең бүләктәр әҙер. Кем иң беренсе гәзиткә яҙылыу квитанцияһының күсермәһен ебәрер икән? Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ.