Унда ҡатнашырға теләүселәр бик күп ине. Улар араһында синыф менән яҙылыусыларҙың булыуы ҡыуандырҙы. Ә бүләктәр шәп! Аҡыллы колонка, смартфонға аккумулятор, портатив колонка, 3D-ручка, сымһыҙ ҡолаҡсын һәм супер бүләк – 18 тиҙлекле велосипед!
Еңеүселәрҙе билдәләр өсөн Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының уҡыусыларын саҡырҙыҡ. Финанс университетының Өфө филиалының химия уҡытыусыһы, йәғни балаларҙың әсәһе Альбина Рәсүл ҡыҙы менән апалы-ҡустылы Харрасовтар килгәйне. Илүзә Харрасова – III «В», ә Ирәндек I «В» синыфында уҡый.
Бына уйындың иң тулҡынландырғыс мәле етте. Беренсе портатив колонканың хужаһы Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылынан Аида ИШБАЕВА (өләсәһе Зөлфиә Исхаҡова гәзиткә яҙылған) булһа, икенсе бүләк – смартфонға аккумулятор – Хәйбулла районы Әбеш мәктәбенән Алһыу АҠЪЮЛОВАға, 3D-ручка – Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Амаль БИКСУРИНға, портатив колонка – Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылынан Айрат БАЙБАҠТИНға, сымһыҙ ҡолаҡсын – Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Рауил БУЛАТОВҡа, аҡыллы колонка – Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика интернат-гимназияһының уҡыусыһы Гөлнара БАЙНАЗАРОВАға, смартфонға аккумулятор – Ғафури районы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының V «В» синыфы уҡыусыһы Шәйхинур КӘРИМОВҡа (уҡытыусы Альбина Ғәзизова гәзит-бүләк итеп яҙҙыртҡан) һәм портатив колонка Хәйбулла районы Әбеш мәктәбе уҡыусыһы Диана АҠБАЛИНАға сыҡты.
Ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед кемгә эләкте, тиһегеҙме? Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ мәктәбенең III cиныф уҡыусыһы Әлмир ӘМИРОВ (әсәһе мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Ҡотдос ҡыҙы улына гәзит яҙҙырғайны) отто! Әйткәндәй, улар синыф менән «Йәншишмә»не алдыра.
Төп бүләкте отоусы Әлмир Әмиров мәктәптә «дүртле»ле һәм «бишле»ле билдәләренә генә өлгәшә. Спорт ярата. Ҡышҡыһын саңғы шыуһа, йәйгеһен йүгерергә әүәҫ икән. Оҫта балыҡсы малай йәй буйы дуҫы менән йылғаға балыҡ ҡармаҡларға йөрөй.
Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ. Бергә булайыҡ, дуҫтар!
Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.