-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
17 Март 2025, 13:57

Бөтә мәктәп ҡыуанды

– Әлмиргә велосипедын килтерәләр!

Бөтә мәктәп ҡыуанды
Бөтә мәктәп ҡыуанды

Был хәбәр мәктәптә тиҙ таралған. Беҙҙе ҡаршы алырға күмәкләп сыҡҡайнылар. Әлмир Әмировтың синыфташтары ғына түгел, башҡа уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа.
– Бөтә мәктәпте ҡыуандырҙығыҙ инде. Беҙҙең бындай бүләкте отҡаныбыҙ юҡ ине, – тигән була күптәнге дуҫыбыҙ, мәктәптең директор урынбаҫары Зөһрә Фәнил ҡыҙы Сәлимйәнова.
Ысын байрамға әйләнде был көн. Ҙур тантана үтте. Беҙ бүләгебеҙҙе тапшырғас, бөтәһе лә алҡышлап ҡул сапты. «Йәншишмә»гә рәхмәт әйтеүселәр ҙә күп булды.
Әлмирҙең йөҙө ҡояштай балҡый ине. Ни тиһәң дә, гәзитле генә түгел, 18 тиҙлекле сәпитле лә булды бит! Үҙен синыфташтары уратып алды. Бүләгенә һоҡланып ҡарайҙар. Эргәһенә синыф етәксеһе Гүзәл Мөҙәрис ҡыҙы Ғафарова, әсәһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Ҡотдос ҡыҙы килеп етте.
– Беҙҙең синыфта алты бала белем ала. Барыбыҙ ҙа «Йәншишмә»гә яҙылдыҡ. Гәзитте көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. «Яҙыл да бүләк от!» уйынына квитанцияларыбыҙҙы ебәргәйнек, бәхет Әлмиргә йылмайҙы, – ти Гүзәл Мөҙәрис ҡыҙы.
Өсөнсөләр менән яҡындан таныштыҡ. Үҙҙәрен маҡтағандан-маҡтағы килә. Улар мәктәптә үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмай, бәйгеләрҙә, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша икән. Сафия Хаҡбирҙина гел «бишле»гә генә өлгәшһә, ҡалғандар­ҙың көндәлектәрен «дүртле» һәм «бишле» билдәләре биҙәй.
Был синыфта ике генә ҡыҙ уҡый. Сафия матур итеп йырлай, сәйләндән төрлө биҙәүестәр яһарға өйрәнеп алған, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. Ә Лиана Ибраһимова һүрәт төшөрөргә оҫта икән.
Малайҙар ҙа һоҡландырҙы. Шундай ихластар, берҙәмдәр, татыуҙар, өлгөрҙәр үҙҙәре. Әлмир ҙә, Данир Деникәев тә, Илшат Шәрәфетдинов та, Дамир Ғатин да футбол уйнар­ға, ҡышҡыһын саң­ғыла йөрөргә ярата. Дим буйында үҫкәнгәлер инде, дүртеһе лә балыҡ тоторға әүәҫтәр. Атайҙары менән ҡыш­ҡыһын да йөрөгәндәр.
Бына шундай дуҫтарыбыҙ бар Тамъян-Таймаҫта. Беҙҙе улар:
– «Йәншишмә»һеҙ беҙгә күңелһеҙ. Гәзит менән дуҫлығыбыҙ дауам итер, уға икенсе ярты йыллыҡта ла яҙылырбыҙ, – тип оҙатып ҡалды.

М. ХӘЙБУЛЛИН.
Миәкә районы.
Илмир ҒӘЙНУЛОВ фотолары.

Бөтә мәктәп ҡыуанды
Бөтә мәктәп ҡыуанды
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас