-13 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
"Яҙыл да бүләк от!"
30 Июль 2025, 15:50

Өфө ҡыҙы Алтынай сәпитле булды!

Ниһайәт, «Йәншишмә»гә 2025 йылдың икенсҽ яртыһына яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын үткәрер ваҡыт та етте.

Өфө ҡыҙы Алтынай сәпитле булды!
Өфө ҡыҙы Алтынай сәпитле булды!

Тик уны уҙғарырға балалар араһынан ярҙамсы кәрәк ине. Оҙаҡ ҡына эҙләнек, күптәр йәйге каникулда таралышып бөткән. Ҡайҙалыр ял итәләр, сәйәхәттә йөрөйҙәр. Ярай әле барығыҙ ҙа яратып өлгөргән «Ай Йола»ның «Һомай» йырына клип премьераһында ҡатнашҡан, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы Азалина Сәйфуллинаны табып алдыҡ. Иртәгеһенә үк ул өләсәһе Әлфиә Камил ҡыҙы менән редакцияға килеп тә етте.

Шулай итеп, «Яҙыл да бүләк от!» уйынының еңеүселәрен Азалина билдәләне. Ул гәзиткә яҙылыусыларҙың һалынған серле тоғобоҙға квитанция күсермәләрен тартып сығарып торҙо, ә беҙ кем бүләк отҡанын билдәләп, яҙып барҙыҡ. Бына иң тәүге еңеүсене асыҡлайбыҙ. Беренсе портатив колонка — Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылынан Әлфиә Ғәлимйәноваға, икенсеһе Ейәнсура районы Байдәүләт ауылынан Ләйсән Боҫҡонова булһа, өсөнсөһө шулай уҡ Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан Рәсимә Бүләкбаеваға эләкте. Артабан аккумулятор хужалары ла билдәләнде. Уларҙы Әбйәлил районы Асҡарҙағы 1-се мәктәбенән Ирхан Сафиуллин менән Салауат районы Әлкә ауылынан Флүрә Исмәғилева отто. Тағы ике бүләгебеҙ – сымһыҙ ҡолаҡсынды — Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан Рузалиә Ҡаһарманова менән Баймаҡтағы 4-се лицей уҡыусыһы Алтынай Теләүсина эләктерҙе. Артабан 3D ручкаһының эйәһе асыҡланды. Бәхет был юлы Баймаҡтағы 5-се мәктәптең IV cиныф уҡыусыһы Арсен Тотмановҡа йылмайҙы. Аҡыллы колонка Ҡырмыҫҡалы районы Сахай ауылынан Сулпан Байназароваға тапшырыласаҡ.

Ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед кемгә эләгер? Бер аҙ туҡтап тын алдыҡ та Азалинаның ҡулына ҡарайбыҙ...  Тулҡынландырғыс мәл! Ул  яйлап ҡына конвертты тартып сығарҙы. Ур-ра!

Шулай итеп, иң төп бүләк – велосипедты гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, гәзит ойоштороуҙа, төрлө акцияла әүҙем ҡатнашыусы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының «Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк» өҫтәмә белем биреү учреждениеһының туған телдәр буйынса методисы Фирҙәүсә Фәһим ҡыҙы Ғәзизованың 5 йәшлек ҡыҙы Алтынай отто! Был ғаилә гәзитте өйҙәренә гел яҙҙыра. Әйткәндәй, әрмелә хеҙмәт иткән Айнур ҙа «Йәншишмә»не уҡып үҫкәйне, әле Алтынай гәзитебеҙ менән 3 йәшенән дуҫ.

Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ.

Бергә булайыҡ, дуҫтар!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Автор фотоһы.

Өфө ҡыҙы Алтынай сәпитле булды!
Өфө ҡыҙы Алтынай сәпитле булды!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас